Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.
Шуға ла 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә һәм был көндө илебеҙҙә Бөтә Рәсәй Хәтер шәме акцияһы үтә. Унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә шәмдәр тоҡандыра.
Йылайырҙар быйыл да “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылды һәм киске сәғәттәрҙә Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелиск янына йыйылды. Мәңгелек ут янында улар тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғышҡан, Бөйөк Еңеү өсөн йәндәрен биргән яугирҙәр иҫтәлегенә майшәмдәр яндырҙы. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, район ветерандар советы рәйесе Надежда Булавина был көн тураһында һөйләне, бик күп ҡорбандар биреп яуланған тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡырҙы.
Хәтер шәме акцияһы шулай уҡ районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте.