Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Июль , 11:25

Нефтсе тигән даны бар

Был бик аяныслы ла фәһемле лә яҙмышлы ауылдаш ағай тураһында яҙырға икенсе ауылдашымдың хаты сәбәпле булды. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан донъяға килгән, үҫмер сағынан ауыр тыл тормошон үҙ елкәһендә татыған, ошо михнәтле яҙмыш һынауҙарына бирешмәй һуңынан абруйлы шәхес булып танылған Әхтәм ағай Бикбулатов менән заманында миңә лә тығыҙ аралашырға тура килде

Бәләкәй генә төпкөл Мәҡсүт ауылында етемлектә буй еткергән егет күп йылдарҙан һуң беҙҙең яҡтарҙа ят булған нефть белгесе һөнәренә эйә булып китә. Тыуған яғына ул йыш ҡайтып урарға ваҡыт таба ине, иңендә һәр саҡ фотоаппарат йөрөттө. Яҡташ тип минең янға, район гәзите редакцияһына, инеп сығырға һәр саҡ форсаты булды. 2002 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамын үткәреү мәшәҡәте менән булышып йөрөгәндә лә Әхтәм ағай үҙенең шәхси архивынан бик күп тарихи, иҫтәлекле фотоһүрәттәр менән миңә ярҙам итте. Уның Өфөләге фатирында бай эстәлекле фотоальбомдары менән танышырға насип булды. Фотоһәүәҫкәр ағайҙың альбомын тыуған яҡтың йылъяҙмаһы тип атарға мөмкин. Мәҡсүт, Юлдыбай, Сәлим кеүек ауылдарҙың, ундағы бер нисә быуын кешеләренең фотоһүрәттәрен күрергә мөмкин ине. Ифрат ярҙамсыл, ябай, киң фекерле ағай ине. Ауыл байрамының хөрмәтле ҡунағы булып ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул иҫтәлекле осрашыуҙан һуң уға күп йәшәргә яҙманы. Дүрт тиҫтә йыл нефть сәнәғәтендә инженер, ғилми хеҙмәткәр, утыҙлап фәнни хеҙмәт авторы булған, өс мәртәбә ВДНХ-ла ҡатнашҡан, бихисап дәүләт наградалары, СССР-ҙың “Почетлы нефтсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ауылдашыбыҙ Әхтәм Оморҙаҡ улы Бикбулатов Өфө зыяратында ерләнгән.

Әхтәм ағайҙың бала сағы, тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында мәғлүмәттәрҙе уның яҡын туғаны Әбделәхәт Бикбулатов хатынан һәм 2005 йылда нәшер ителгән “Яҙмыштарҙа йылдар ауазы” китабының авторы Фәрит Рәмов яҙмаларынан алдым.

“Утыҙынсы йылдарҙа тыуғандарҙы тормош бер ҙә иркәләмәне, - тип яҙа Фәрит ағай “Нефетсе тигән даны бар” исемле очергында. – Киреһенсә, уларҙың бала саҡтары әленән –әле ҡаты һынауҙарға дусар булды. Ҡаты йот йылдарында донъяға килгән Әхтәмдең дә сәңгелдәктә ятҡан сағында уҡ ағалары Әғзәм, Әхмәтшафиҡ һәм Әҙһәм бер-бер артлы аслыҡтан донъя ҡуя. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк атайҙары Оморҙаҡ Ғәлләм улы һәләк була, күп тә үтмәй ҡустылары Әҡсән менән Ильяс та аслыҡтан үлеп ҡала. Бер кило иген өсөн хөкөмгә тарттырылған әсәләре Гөлйөҙөм Себерҙә вафат булып ҡуя. Ун йәше саҡ тулып килгән Әхтәм берҙән-бер ҡустыһы Йәноҙаҡ менән икәү генә тороп ҡала... Малайҙарҙы Һынташта йәшәгән Ҡотлогиилде олаталары менән инәләре Гөлзифа Нәҙерғоловтар үҙ тәрбиәһенә алалар. Тиҙҙән йәтим үҙмерҙәр Һабыр балалар йортона урынлаштырыла, бында Әхтәм 4-се синыфта уҡыуын дауам итә. Бер йылдан һуң тиҫтәләгән балаларҙы аттарға ултыртып Белорет металлургия комбинаты ҡарамағындағы һөнәрселек училищеһына оҙаталар. Һәүетемсә генә слесарь-инструментальщик һөнәрен үҙләштереп йөрөгән Әхтәм бер йылдан ҡаты ауырып китә лә уны ҡайтарып ебәрәләр. Ҡайтҡас Әбделкәрим балалар йортона урынлаштыралар. Фәҡәт бишлегә генә 7-се синыфты тамамлаған үҫмерҙе Темәс педагогия училищеһына йүнәлтәләр, әммә уға унда оҙаҡ уҡырға яҙмай һәм ул яңынан Баймаҡтағы балалар йортона эләгә. Ниһәйәт, Әхтәм 1951 йылда Баймаҡтың 1-се һанлы урта мәктәбендә өлгөргәнлек аттестаты алыу бәхетенә ирешә. Мәктәпте яҡшы билдәләр менән тамамлаған егет Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм 1956 йылда уны уңышлы тамалай. Тау инженеры белгесе Әхтәм Бикбулатов Приют ҡасабаһына эшкә ебәрелә. Бында оператор вазифаһында эш башлаған белгес артабан “Аксаков нефть” идаралығында , “ТатНИПИ” һәм “Союз нефтедобыча“ ғилми производство берекмәһендә инженер, өлкән инженер, проект-смета бюроһы начальнигы, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире вазифаларында хеҙмәт юлын дауам итә. Ете йыл Татарстанда данлы яҡташыбыҙ нефтсе-профессор Сәғәҙей Солтанов менән бергә эшләү бәхете тейә.

“Әхтәм ағай Мәҡсүткә йыш ҡайтып урай торған ине, -тип яҙа Әбделәхәт ауылдашым. – Сираттағы бер килгәнендә Бикбулатовтарҙың һәр береһенә инеп араларҙың шәжәрәһен төҙөү өсөн мәғлүмәт йыйып йөрөнө. Беҙҙең өйҙә әсәйем менән дә бик оҙаҡ һөйләшеп ултырған ине. Һуңынан уның күп эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә һәм ике туған ҡустым Азамат Бүкәнов ярҙамы менән беҙҙең ырыу шәжәрәһе булдырылды. Был ҡатмарлы хеҙмәте өсөн бар Бикбулатовтар Әхтәм ағайға ҙур рәхмәтлеләр.

Әхтәм ағайҙың атаһы Оморҙаҡ Ғәлләм улының йорто хәҙерге Мәктәп (элек Кәнсә тауы тигәндәр) тауы итәгендә булған. Бөгөнгө көндә Әхтәм ағайҙың яҡын туғандары ауылда ҡалманы тиерлек. Өфөлә тормош иптәше Нурия Солтан ҡыҙы һәм Салауат исемле улы, Гүзәл һәм Айгөл исемле ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй. Был ғаиләнең алты ағзаһы нефть институтын тамамлаған, тимәк уларҙы нефтселәр династияһы тип иҫәпләргә мөмкин.

Һүрәттә: СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Ә.О. Бикбулатов.

                           Ильяс Такалов.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас