Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Август , 22:54

Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл

Уға 42 йәшендә дивизияны ышанып тапшыралар. 1941 йылда ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, 4 мең километр хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, гвардия дивизияһы исеменә, икенсе дәрәжә Суворов, Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була.

Башҡорт атлылары сафынан 78 һалдат һәм офицерға – Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишеһенә Дан ордены тапшырыла.

Халҡыбыҙ Генерал Шайморатовты онотмай, уның исемен мәңгеләштереү беҙҙең көндәрҙә лә дауам итә:

2019 йылдан хәрби ҡаһарманлыҡ һәм йәмәғәт тыныслығын һаҡлауҙағы батырлыҡ өсөн Башҡортостанда Шайморатов ордены булдырылды;

2020 йылда Владимир Путин указы менән ҡаһарманыбыҙға үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелде;

2022 йылда Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа Радий Хәбиров башланғысы менән төҙөлгән һәйкәл асылды;

Данлыҡлы генералдың исемен Өфөләге 104-се мәктәп, республика белем усаҡтарының махсус кластары, Рәсәй Милли гвардияһының Өфөләге махсус тәғәйенләнеш отряды, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр батальоны йөрөтә, уға арнап әҫәрҙәр ижад ителә, фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас