Радий Хәбиров «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсында гран-при яулаған Лидия Трифонованы бүләкләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 31 төбәгенән 232 ғариза килде. Бүләк фонды 1 миллион һум тәшкил итте.
Гала-концерт башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
«27 августа Рәсәй Геройы, генерал Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тулды. Бөгөн бында Армия мәҙәниәте көндәренең йомғаҡлау саралары бара. Геройҙарыбыҙҙың бөйөклөгө һәм хәтере алдында баш эйәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы геройҙары алдында, бөгөн был майҙанда иһә яңы быуын геройҙары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, туғандары һәм яҡындары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡабатлайым: беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, ғорурланабыҙ һәм һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ. Хеҙмәтегеҙ еңелерәк булһын, барығыҙ ҙа тыуған яҡтарығыҙға иҫән-һау ҡайтһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров һәм Ватан өсөн яуҙа һәләк булған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙы һораны.