Мемориалды асыу хөрмәтенә ойошторолған минитгыла хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, райондың, Ашҡаҙар ауылының почетлы гражданины Юнер Вәлеев, район Советы депутаты Салауат Солтанғужин, ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре, оло быуын вәкилдәре, уҡыусылар ҡатнашты. Йола буйынса батырҙар рухына аят бағышланғандан һуң һүҙ Борис Николаевич Мелкоедовҡа бирелде.
– Күмәк эштең ыңғай һөҙөмтәһен күреү – икеләтә ҡыуаныс. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектында ҡатнашып, еңеп сығыу Ашҡаҙар ауылы халҡының күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирҙе. Әлбиттә, эш барышында ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар, кәртәләр аша үтергә тура килде, шулай ҙа тотош биләмә халҡының берҙәмлеге, ныҡышмаллығы менән бөгөн беҙ өр-яңы мемориал асыу бәхетенә ирештек. Һәм ошо обелиск һәр кемдең геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу, тыныслыҡ хаҡы тураһында уйланыу һәм ошо хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырыу урынына әүерелер тип өмөтләнәм, – тип теләне үҙенең сығышында Борис Николаевич. Сығышы һуңында ул проектты бойомға ашырыуҙа күп көс түккән, ҡул-тел һәм финанс ярҙамы күрһәткән бер төркөм әүҙем йәмәғәтсегә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Ауылдаштарымдың Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына арнап ҡуйылған мемориалды яңыртырға теләгәндәрен ишеткәс, бик ныҡ ҡыуандым. Әммә, төҙөлөш эштәренең бер ни тиклем һуҙылып китеүе генә борсоуға һалды. Сер түгел, район үҙәгенә 50 саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан ауылға килеп эшләргә теләүселәрҙе табыуы бик ауыр. Күптәрҙе юл сығымдары ҡурҡыта. Шулай уйға батып йөрөгән көндәрҙең береһендә күптәнге дуҫым, беҙҙең районда әллә күпме төҙөлөш объектын тапшырған Малоч Лобаназовты осраттым. Бәхеткә күрә, ул минең һүҙемде йыҡманы. Алыҫ Дағстандан егеттәрен саҡырып алып, эште һә тигәнсе башҡарып та ҡуйҙылар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ауыл халҡы ла уларға ҙур ярҙам күрһәтте, бағымсылары ла табылды. Әйткәндәй, был мемориалдың эскизын да беҙҙең яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Артстудия” Проект” йәмғиәте директоры Гүзәл Юныс ҡыҙы Яубаҫарова эшләп бирҙе.
– Киләсәктә беҙгә, Ашҡаҙар ауылы халҡына, әлеге майҙансыҡты таҙа-бөхтә итеп, тирә-яғына ағастар, сәскәләр ултыртып, матурлап тотоу бурысы тора. Яҡын киләсәктә бында ял паркы ойоштороп ебәрербеҙ тигән хыялым да тормошҡа ашыр тип өмөтләнәм. Иншаллаһ, барыһы ла беҙ уйлағансы килеп сығыр. Тик донъялар ғына тиҙерәк тынысланып китһен, – тине үҙенең сығышында Юнер Сәлим улы Вәлеев.
Ашҡаҙарҙы ошо әһәмиәтле көн менән Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Гөләндәм Ураҡова ла ҡотланы.
– Ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүҙә, йәшәү шарттарын уңайлы итеүҙә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының роле бик ҙур. Тап ошо проект ярҙамында, биләмә халҡының тырышлығы менән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың рухын шатландырҙыҡ, тип уйлайым, – тине Гөләндәм Вәлиәхмәт ҡыҙы. – Алда сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны билдәләр инем: Ашҡаҙар ауылында бик тырыш, эшсән халыҡ йәшәй. Шөкөр, һәр йорт-ихатала күпләп мал-тыуар көтөлә, хәмер һатыу һәм эсеү кеүек йәмһеҙ күренештәр бөтөнләй юҡ, күптәр тотош ғаиләләре менән дин юлына баҫа. Урындағы халыҡтың берҙәмлеген беҙ ошо проектты тормошҡа ашырған ваҡытта күрҙек тә инде: һәр йорттан йыйылған 1500 һумлыҡ иғәнәне барыһы ла дәррәү тапшырҙы. Ә инде төҙөлөш эштәре алып барған егеттәр менән бер ғаиләләй дуҫлашып киттек. Бергәләшеп тотонғас, тиҙ арала бына тигән мемориал ҡалҡып та сыҡты. Тағы ла, минең бар башланғыстарымды хуплап торған район Советы депутаты Салауат Латиф улы Солтанғужинға ҙур рәхмәтлемен. Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп тә, тыуған ауылдарын онотмаған яҡташтарыбыҙға ла афарин тейем. Айырыуса ҙур рәхмәттәремде беҙгә ҙур бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Республика коммуналь хужалығы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Юнер улы Вәлеевкә, Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Хәйрулла Сабитулла улы Әхмәровҡа, Бүләкбикә Ғәлиулла ҡыҙы һәм Фәррәх Мөхәмәтйән улы Ҡаҙаҡбаевтарҙың ғаиләһенә еткерәм.
Бына тантананың иң тулҡынландырғыс мәле етте: ап-аҡ япма тартылды һәм көҙгө йонсоу, ямғырлы көндә лә ниндәйҙер бер эске нур менән балҡып торған мемориал рәсми асылды. Өр-яңы плитәләргә һүнмәҫ хәтер билдәһе – ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.
Сараны йомғаҡлап мемориал тирәләй шыршы, ҡыҙыл миләш ағастары үҫентеләре ултыртылды.
Автор фотолары.