Сарала ҡатнашыусылар сығыш яһап Илдус Хөрмәт улының ғүмеренең күп йылдарын Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған, ябай һалдаттан тәжрибәле профессионалға тиклем юл үткән белегес, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә лайыҡлы өлөш индергән талантлы оперативник, яҡшы иптәш һәм ышаныслы дуҫ булыуын иҫкә төшөрөп үтте. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң контракт төҙөп Тыуған ил һағына баҫҡан яҡташыбыҙ күптәр өсөн илһөйәрлек һәм батырлыҡ өлөгөһө тип билдәләне.
Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәп, батырҙарса һәләк булған герой яҡташыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Илдус Хөрмәт улының бер туған ағаһы Риза Ҡашҡаров менән уның улы Илшат Риза улына бирелде. Тантанала ҡатнашыусылар геройҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Шулай уҡ Ватан Геройҙары көнөндә Йылайырҙың Хәрби дан скверында ла тантаналы сара үтте. Унда район етәкселеге, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Митингта ҡатнашыусылар Тыуған ил хаҡына үҙ ғүмерҙәрен биргән батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды, мәңгелек хәтер һәм рәхмәт билдәһе итеп һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Евегений ВЕНИДИКТОВ фотолары.