Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Ғинуар , 09:32

Яҡташыбыҙ «Еңеү» миҙалына лайыҡ булды

Өфөлә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡушыуы буйынса республикабыҙ халҡына иҫтәлекле наградалар тапшырҙы.

Яҡташыбыҙ «Еңеү» миҙалына лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ «Еңеү» миҙалына лайыҡ булды

Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылын байрам итеүгә арналған сараларҙы әҙерләүгә, мемориаль эшмәкәрлеккә һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәсәй ойоштороу комитетының «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 80 йыл» миҙалы менән республиканың ғалимдары, тарихсылары һәм вазифалы кешеләре билдәләнде. Наградаға лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ, Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев тә бар. Замандашыбыҙ был вазифаны 17 йыл дауамында етәкләй. Был осорҙа музей илдең алдынғы мемориаль комплекстарының береһенә әйләнде, йыл һайын йөҙ меңгә яҡын кешене ҡабул итә. Музей йәш быуын өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы, уникаль экспонаттарҙы күреү генә түгел, ә фронт кинохроникаһы атмосфераһына ла төшөү мөмкинлеген бирә.
– Минең өсөн был юбилей билдәһе генә түгел, ә Республика Хәрби Дан музейының тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауҙың иң алғы сигендә эшләүе һәм дәүләт кимәлендә мөһим ойошма булыуын раҫлау. Был награда ҙур хөрмәт һәм айырым яуаплылыҡ килтерә. Ул артабанғы эшкә маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә, – ти Илшат Ислам улы.
Сара барышында Александр Окатьев Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы әһәмиәтен һәм һәр кемдең геройҙарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, тантанала ҡатнашыусыларҙы ҡотланы. Ул Башҡортостандан 710 меңдән ашыу кешенең фронтҡа китеүен, уларҙың яртыһы тиерлек әйләнеп ҡайтмауын билдәләне. Шулай уҡ йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҙур хеҙмәт күрһәткән, уларға мөһим йүнәлештәр биргән остаздарға айырым рәхмәт белдерҙе. Александр Окатьев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡултамғаһы яҙылған иҫтәлекле миҙалдар һәм грамоталарҙы тәғәйен кешеләргә тапшырҙы. Тантанала ҡатнашыусылар төбәктә Еңеү көнөн байрам итеүҙең иң сағыу мәлдәрен иҫкә төшөрҙө һәм үҫеп килгән быуынға артабан тарихи һәм хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса пландарҙы тикшерҙе.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас