Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла эскән килеш руль артына ултырған өсөн хөкөм ителде

Район прокуратураһы РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһында ҡаралған енәйәтте (административ язаға тарттырылған кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы) ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе 20 йәшлек иргә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен яҡланы.

Тағы ла эскән килеш руль артына ултырған өсөн  хөкөм ителде
Тағы ла эскән килеш руль артына ултырған өсөн хөкөм ителде

Хөкөм ителеүсе эскән хәлдә транспорт менән идара иткәне өсөн рф КоАП-ының 12.8 статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.

Әммә быйыл февралдә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны тағы ла эскән килеш руль артында китеп барғанда тотҡан.

Дәүләт ғәйепләүсеһенең позицияһын иҫәпкә алып, суд хөкөм ителеүсене РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһында ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип таныны һәм 250 сәғәткә мотлаҡ эштәргә йәлеп итеүгә һәм 2 (ике) йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә хөкөм итте.

Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

И.ҒИБӘҘУЛЛИН,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Фото:  zen.yandex.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: