Ауыл уттары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Законға индерелгән яңы өҫтәмәләр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡағыла

2022 йылдың 6 мартындағы 41-ФЗ һанлы федераль закон менән Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының (КоАП) 32.2 статьяһы 1.3-2 бүлеге менән тулыландырылды.

Законға индерелгән яңы өҫтәмәләр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡағыла
Законға индерелгән яңы өҫтәмәләр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡағыла

Был бүлектә әйтелеүенсә, РФ КоАП-ының 14.32 статьяһының 1-4 бүлектәре буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, штраф һалынған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, әгәр улар әлеге штрафты ул һалынған көндән алып егерме көн эсендә түләһә, штраф суммаһының яртыһын ғына түләү мөмкинлеге бирелә.

Законға яңы өҫтәлгән бүлектә шулай уҡ үткәреп ебәрелгән әлеге егерме көнлөк ваҡытты ҡайтанан тергеҙеү һәм штрафты тулы күләмендә түләтеү осраҡтары ла ҡаралған. Тәүгеһе штраф һалыу тураһындағы ҡарарҙың эшҡыуарға почта аша заказлы хат менән ебәрелгән күсермәһе уға егерме көн үткәс барып етһә, икенсе осраҡ, йәғни штрафты тулыһынса түләтеү, был турала ҡарарҙың үтәлеүе кисектереп торолһа йә түләү срогы үтеп киткән булһа, ҡулланыла.

Үрҙә әйтелгән өҫтәмәләр 17 марттан көсөнә инде.

И.ҒИБӘҘУЛЛИН,

район прокуроры ярҙамсыһы.

 

Фото: https://ombudsmanbiz59.ru/

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: