Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

КЕШЕНЕ ЭШКӘ АЛҒАНҺЫҢ ИКӘН...

Район прокуратураһы 3 ойошмала эшкә алынған граждандарҙы хеҙмәт килешеүҙәре төҙөшмәйенсә эшләтеүҙәрен асыҡланы.

КЕШЕНЕ ЭШКӘ АЛҒАНҺЫҢ ИКӘН...
КЕШЕНЕ ЭШКӘ АЛҒАНҺЫҢ ИКӘН...

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт тураһында кодексы положениеларын күрәләтә боҙоп, әлеге ойошмаларҙың етәкселәре эшкә алынған кешеләр менән шунда уҡ хеҙмәт килешеүе төҙөшмәгән, уларҙы эшкә алыу тураһында бойороҡ сығармаған, улар менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен бер нисек тә рәсмиләштермәгән.

Район прокуратураһы был ойошмалар етәкселәренә ҡарата РФ КоАП-ының 5.27 статьяһының 4-се бүлеге буйынса административ эш ҡуҙғатты.

Бынан тыш, намыҫһыҙ етәкселәрҙән үҙҙәрен етәкләгән ойошмаларҙың бөтә хеҙмәткәрҙәре менән дә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү талап ителде.

Район прокуратураһы хәтерегеҙгә төшөрә: әгәр эш биреүсе хеҙмәт килешеүе төҙөшөргә теләмәһә, шулай уҡ эш хаҡы түләмәһә, был турала шунда уҡ прокуратураға ғариза яҙығыҙ.

 

Район прокуроры, 1-се класлы юрист И.Р. Ғибәҙуллин.

 

Фото: buhsoft.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: