Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

РАЙОН ПРОКУРАТУРАҺЫ АҢЛАТА

Санкциялар шарттарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ дәүләттең ниндәй ярҙамына иҫәп тота ала?

РАЙОН ПРОКУРАТУРАҺЫ АҢЛАТА
РАЙОН ПРОКУРАТУРАҺЫ АҢЛАТА

Сит илдәрҙең Рәсәй граждандарына һәм юридик берәмектәренә ҡарата сикләүҙәр индереүе айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте халыҡҡа һәм иҡтисад тармаҡтарына ярҙам итеү сараларын күрҙе.

Мәҫәлән, ойошмаларға һәм шәхси предприятиеларға ярҙам итеү маҡсатында “Санкциялар шарттарында Рәсәй иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса дәүләт комиссияһы тураһында” 2022 йылдың 21 ғинуарында ҡабул ителгән һәм 14 мартта үҙгәрештәр индерелгән 25-2 һанлы  Положение эшләп килә.

Ташламалы кредиттар биреү программаһы дауам итә. 2022 йылда уны финанслауға өҫтәмә рәүештә 6,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдары ала, йәғни 2022 йылдың 1 мартына тиклем төҙөлгән кредит һәм займ килешеүҙәре буйынса түләүҙәрен кисектереп тора ала. Кредиторға бындай ғариза менән 2022 йылдың 1 мартынан 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәр 6 айға тиклем ваҡытҡа кисектерелә ала.

2022 йылдың 5 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте “2022 йылда кредит ойошмаларына улар алып еткермәгән килемдәрҙе ҡаплауға субсидиялар биреү өсөн бюджеттан аҡса бүлеү тураһында” 427-р һанлы бойороҡ сығарҙы.

Бындай мөмкинлек иҡтисадтың айырым тармаҡтарында шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн ҡаралған. Әйтәйек, аҙыҡ-түлек етештереү, мебель эшләү, автотранспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау һ.б. Иҡтисад тармаҡтарының тулы исемлеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 10 мартындағы 337-се ҡарары менән раҫланған.

Ошоға тиклем COVID-19 таралыуы менән бәйле 2020 йылдың 30 сентябренә ҡәҙәр кредит каникулы алыусылар был юлы ла кредит буйынса түләүҙәрен кисектереп түләй ала.

Бынан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ташламалы кредиттар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Бының өсөн Рәсәй Банкы менән РФ Хөкүмәте ташламалы кредитлауҙың кризисҡа ҡаршы программаларын эшләгән.

Программалар бәләкәй предприятиеларға йылына 15 проценттан, урта предприятиеларға 13,5 проценттан артмағанг ставкалар буйынса бер йыл йылға әйләнеш кредиттары алырға (элек алғандарын рефинансларға) мөмкинлек бирә. Был программа 2022 йылдың 30 декабренә тиклем эшләй. Шундай уҡ процент ставкалары буйынса улар өс йылға тиклем инвестиция кредиттары ла ала ала.

И.ҒИБӘҘУЛЛИН,

Йылайыр районы прокуроры ярҙамсыһы.

Фото: Издательство “Пресса”.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: