

Ҙурыраҡ сепештәрҙе алғанда, иң тәүҙә күтәреп, күҙҙәренә ҡарағыҙ: һеҙҙе күрәме, реакцияһы бармы? Тиҙ үҫтереүсе препараттар эскән себештәр үҙҙәрен робот кеүек тота, реакциялары яй. Кикректәре ҡыҙыл йә алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш.
Өйгә алып ҡайтҡас та һыу эсермәгеҙ. Өй температураһында, йә әҙерләнгән урындарында 1-2 сәғәт һыуынып алһындар. Юлдан ҡайтып, һыуынған себештәргә тәүге тапҡыр һыу 36-40 градус йылылыҡта бирелә, ул себештәрҙең эске ағзаларының йылылығы менән бер булырға тейеш. Икенсе тапҡыр һыу бүлмә температураһында булһа ла ярай. Быға тиклем ниндәй аҙыҡ биргәндәр, шуны ашатығыҙ, яйлап үҙегеҙ теләгән аҙыҡты ҡуша-ҡуша ғына күсерһегеҙ. Юл оҙон булһа, туҡтап себештәрҙе болғатып алығыҙ, ҡумтаға тишектәр эшләгеҙ.
Бройлер сепештәре эҙләнеп ашап йөрөргә тейеш түгел. Юғиһә, унда ябай йорт тауығының инстинкты уяна һәм ул ябыға, аяҡтары оҙоная, үҙе бәләкәй көйө генә ҡала. Бройлерҙы ябыҡ урында тотоғоҙ, график менән ашатығыҙ. Көнө буйы үләндә йүгереүҙән улар үҫмәй.
15 көндән эремсек бирә башлағыҙ. Яңы ғына һауылған һөт төнгөлөккә бирелә, шул саҡта уларҙың эсе китмәй. Үткәрелгән бойҙай, арпа бирәһегеҙ икән, ҡом ҡуйырға онотмағыҙ. Себештәр һарайҙа торһа, аҙнаһына бер тапҡыр көл ваннаһы индерегеҙ, йылы көндө асыҡ урында торһалар, көлдө һауыт менән ҡуйғыҙ.