Социаль пенсиялар индексациялана, автомобилдәрҙең ҡайһы бер моделдәренә хаҡтар арта, Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһында имтихандар тапшырыуҙа яңы ҡағиҙәләр.
Йә бал, йә – ҡамсы. Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыусылар дәүләт һынауҙарын хәҙер ошоға тиңләй. Курсанттарҙың хәҙер 5 хата урынына 7 тапҡыр яңылышыу мөмкинлеге булһа, машина йөрөткән мәлдә өс тапҡыр ҡағиҙәләрҙе үтәй алмаһаң, талаптар ҡәтғиләшә. Ҡабаттан имтихандар биреү тик 6 айҙан һуң ғына рөхсәт ителә. Тимәк, һынауҙарҙың теория өлөшө лә юҡҡа сыға, икенсенән медицина белешмәләрен ҡайтанан юлларға кәрәк.
Беренсе апрелдән үҙ көсөнә ингән закондарҙың күбеһе тап водителдәргә ҡағыла. Мәҫәлән, хәҙер әрменән ҡасып йөрөгәндәргә таныҡлыҡтарҙың бирелмәүе ихтимал. Автомәктәп инструкторҙары имтихан мәлендә машинаның алғы ултырғысында йөрөй ала. Ә иҫерек килеш автомобиль менән идара иткәндәргә язалар тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ.
Беренсе апрелдән автомобилдәрҙе параллель импортлауҙан да килем юҡ. Евразия иҡтисади берлегенә ҡараған илдәрҙән быға тиклем Рәсәйгә машиналар ташыу арзанға килһә, дүшәмбенән өҫтәмә түләүҙәр ғәмәлдә.
Беренсе апрелдән социаль тармаҡта ҡыуандырырлыҡ хәлдәр. Рәсәйҙә айырым категория граждандар пенсияһы индексацияланды. Беренсе апрелдән торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында араҡы-шарап һатыу менән шөғөлләнгән кибеттәргә айырым тәртип.
Бынан тыш, тәмәке һәм сотавында никотин булған тауарҙар әйләнешендә дәүләт күҙәтеүе ҡәтғиләштерелә. Бынан тыш, хәҙер мотлаҡ маркировкалауы булырға тейешле сәнәғәт тауарҙары исемлеге киңәйә. Ә пошлина һалынмаған сит ил продукцияһына лимит 5 тапҡыр түбәнәйә. Был үҙ сиратында көнкүреш һәм электрон тауарҙарға хаҡты үҫтерәсәк.