Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Октябрь 2024, 11:12

Гранттар тормошҡа ашырыла

Матрай ауылында балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты коллективы бик уңышлы эшләп килә. Улар ауыл биләмәһе үткәргән һәр сарала бик әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа улар республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, гранттар ота.

Гранттар тормошҡа ашырыла
Гранттар тормошҡа ашырыла

Күптән түгел тырыш коллектив хеҙмәткәрҙәре республика кимәлендәге Президент гранттары фонды конкурсында «Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү» йүнәлеше буйынса «Беҙҙең ихата теплицаһы» проекты менән еңеп сыҡты.


Был проектты тормошҡа ашырыу идеяһы тураһында Матрай социаль приюты директоры Дилә Азат ҡыҙы Аҡҡусҡарова бына нимәләр һөйләне:
– Проект «Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү» йүнәлеше буйынса еңеү яуланы. Уның төп тематикаһы булып етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль өлкәгә яраҡлаштырыу, уларҙы үҙаллы оло тормошҡа әҙерләү булып тора. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, «Беҙҙең ихата теплицаһы» проекты ауыл хужалығы хеҙмәте менән бәйле булған һөнәрҙәр менән таныштырыуҙы маҡсат итеп алды,ти Дилә Азат ҡыҙы.


Көньяҡ-көнсығыш район-ара «Ғаилә» үҙәгенең Матрай балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты территорияһында йыл һайын төрлө йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерелә. Уларҙы йәй буйына ҡарап, мул уңыш алыуҙа приют хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һала.


Билдәле, беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттары йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн әллә ни ҡулай түгел. Ҡырау ҙа бит беҙҙә бүтән көнъяҡ райондар менән сағыштырғанда иртәрәк төшә башлай. Әммә, теләк һәм мөмкинселек булғанда барыһын да атҡарып сығырға була. Шуға ла теплица алыу – Матрай приюты уңғандарының күптәнге теләге була. Теплица булһа балалар менән төрлө практик һәм тикшеренеү эштәре, баҡсала үҫтерелгән йәшелсәләр, сәскәләр менән тәжрибәләр үткәрергә булыр ине тип хыяллана улар.


Төрлө сәскәләр үҫтереп приют территорияһында матурлыҡ булдырыу – балаларға эстетик тәрбиә биреү ул. Теплицала уңыш үҫтереү ҙә балалар өсөн бик файҙалы тәжрибә булыр ине, тип иҫәпләй бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр. Шулай булмай ни, бергәләшеп башҡарылған эш күпкә ырамлы, тағы ла, тәрбиәсе апайҙарынан өйрәнгән ысын баҡсасы серҙәрен йәш “Мичуриндар” артабанғы тормошта ла ҡулланасаҡтар. Экологик яҡтан таҙа, һутлы йәшелсә-емеш менән рәхәтләнеп һыйланыуы ғына ни тора! Шулай, үҙеңдең хеҙмәт емешең бигерәк татлы була шул.


Ғөмүмән, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү – бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки хеҙмәткә, эшкә һөйөү баласаҡтан формалаша. Буласаҡ теплица приют тәрбиәләнеүселәре өсөн «тере лаборатория», йәки тәбиғәтте өйрәнеүҙең, уға һаҡсыл ҡараш булдырыуҙың бер өлөшө буласаҡ тигән фекерҙә приют коллективы.


Шулай итеп, Матрай ауылы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты коллективы әҙерләгән проекттың маҡсаты – тәрбиәләнеүселәрҙең тәбиғи-фәнни предметтарҙы өйрәнеүгә, ауыл хужалығы хеҙмәтенә бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү һәм баҡсасылыҡ эшенең төрлө йүнәлеше тураһында бәйән итеү. Шулай уҡ был проектта ҡатнашып, ойошма территорияһын төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.
Уңған коллективта бөтәһе ун туғыҙ хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың берҙәм һәм маҡсатлы эшмәкәрлеге ярҙамында тап ошо грант конкурсында еңеп сығыуға өлгәштеләр. Бүленгән аҡсаға март айында уҡ приют яны участкаһына теплица алып урынлаштырылды һәм ойошма мәнфәғәтендә ҡулланылды.


Бына шулай, һәр метр ерҙәренең файҙаһын күреп, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, төрлө йәшелсә-емеш үҫтергәндәр быйыл Матрай приютында. Уңыштарығыҙ һәр ваҡыт шулай мул булһын! Афариндар!

Гранттар тормошҡа ашырыла
Гранттар тормошҡа ашырыла
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас