Төбәк Башлығы ярҙамы менән бөгөнгө көндә республикабыҙ территорияһында ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем үҫешә.
Беҙҙең Йылайыр районында ла, район хакимиәте ярҙамы менән бер рәттән, урындағы ирекмәндәр ҙур эш башҡара, улар, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә, егеттәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыя, маскировка селтәрҙәре бәйләй, йылы әйберҙәр тегә һәм бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, акциялар үткәрә, шул иҫәптән йөрәктәрҙе йылытырлыҡ хаттар яҙа.
6 декабрь көнө район мәҙәниәт йортонда Рәсәй ирекмәндәре һәм Ватан Геройы көнөнә арналған бик ҙур сара үтте.
Байрам концертын район мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән ансамбль артистары, шулай уҡ һәүәҫкәр башҡарыусылар асып ебәрҙе. Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының Шайморатов кластарында белем алыусы уҡыусылар йырланы.
Тантаналы сарала хөрмәтле ҡунаҡтар, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡатнашты. Зариф Закир улы һәм Борис Николаевич махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға фиҙаҡәрлек һәм патриотизм өсөн, Йылайыр ирекмәндәренә алғы һыҙыҡта торған егеттәребеҙҙе ярҙамдан айырмайынса оло терәк булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәттә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк, - тине ул тура эфирҙа.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының Йылайыр бүлексәһе башҡарма комитеты секретары Регина Әбделмәнова йылайырҙағы "Преображенск" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Ғәлиә Солтановаға, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, урындағы ирекмәндәргә уларҙың ярҙамсыларына изгелегек ҡылып йәшәүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Был көндө сәхнәлә дәүләт һәм йәмәғәт наградалары, ирекмәндәр хәрәкәте активистарына һәм алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сара барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Вячеслав Хачин бөтә ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте:
- Ҡәҙерле йылайырҙар! Һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ ярҙамығыҙ, яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын тойорға мөмкинлек бирә һәм беҙгә көс, ышаныс өҫтәй. Шуның өсөн барығыҙға ла минән дә, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы бөтә егеттәрҙән дә ихлас рәхмәт! Беҙҙең дөйөм тырышлығыбыҙ арҡаһында Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине Вячеслав Хачин һәм иң йәш ирекмән София Яковенкоға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Район мәҙәниәт йорто фойеһында яуҙа йөрөүсе яугир егеттәребеҙгә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлегенә арналған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Йылайырҙар бер ҡасан да Геройҙарын онотмаясаҡ, улар мәңге хәтерҙә...
Тантана һуңында унда ҡатнашыусылар һәләк булған Ватан Геройҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.