Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Ғинуар 2025, 14:46

Социаль ярҙамдың суммаһы арта

Ғаиләләр февраль айында үк арттырылған берҙәм пособие ала башлаясаҡ.  

Социаль ярҙамдың суммаһы арта
Социаль ярҙамдың суммаһы арта

Ғаиләләр һәм ауырлы ҡатындар февралдән арттырылған берҙәм пособие ала башлай, тип иҫкә төшөрҙөләр Соцфондта.

Ғинуар өсөн пособие «Мир» карталарына 3 февралдә күсә. Рәсәй почтаһы курьерҙары 3 февралдән 25-енә тиклем тарата.

2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәшәү минимумы дәүмәле 15% арттырылды. Берҙәм пособие күләме лә шуға бәйле — 50%, 75% йәки 100%.

Индексациянан һуң пособие, төбәккә ҡарап, уртаса 1 меңдән 2 мең һумға тиклем артты.

Бынан алда СФ берҙәм пособиены иҫәпләү схемаһын аңлатҡайны. Дөйөм алғанда, социаль түләүҙәр инфляция кимәлендә арттырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-28/v-rossii-s-fevralya-uvelichivaetsya-posobie-na-detey-4100266 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас