Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Апрель 2025, 15:29

Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Йылайыр районы буйынса мәшғүллек үҙәгендә «Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе уҙҙы.Сараның маҡсатлы аудиторияһы булып мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар, шулай уҡ эш урынын алмаштырырға теләүселәр, районда хеҙмәт баҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Йыйылыусылар алдында инеш һүҙ менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев сығыш яһаны. Ул эш эҙләп килеүсе граждандарға яҡшы, күңелдәренә ятҡан эш табыуҙарын, ә эш биреүселәргә яуаплы хеҙмәткәрҙәр теләне.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең район бүлеге начальнигы Азат Тәлғәт улы Хәбибуллин сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, унда ҡатнашыусыларҙы йәрминкәнең эш программаһы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ул районда хеҙмәт баҙарындағы булған вакансиялар, «Башҡортостан вахтаһы» проекты һәм уның республика предприятиеларына кадрҙар йәлеп итеү буйынса эше һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу йәһәтенән күрһәткән хеҙмәттәре хаҡында һөйләп үтте.
Вакансиялар йәрминкәһенә «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперативы, «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, район үҙәк дауаханаһы, шәхси эшҡыуар Балтабаев Т.Х., Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса идаралығы, район хакимиәте, Йылайыр коррекция мәктәп-интернаты һәм урман хужалығы вәкилдәре саҡырылды.
Бынан тыш, сарала адреслы социаль ярҙам алыусылар ҙа ҡатнашты, улар дәүләттән аҡсалата ярҙам алыу һәм үҙ эшен асыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Осрашыуға килеүселәр өсөн мәғлүмәт стендтары әҙерләнгән ине, теләгән һәр кем һөнәри йүнәлеш, психологик ярҙам, социаль адаптация, һөнәри белем алыу, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса белгестәргә консультация һорап мөрәжәғәт итә алды, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороу аспекттары менән дә танышты.
Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәптең 10 класс, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусылары өсөн «Эшләйем!» йәштәр клубы майҙансығы ойошторолдо. Белгестәр клубтың эше менән таныштырыу маҡсатында блиц-викторина үткәрҙе. Уҡыусыларға бәлиғ булмаған граждандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт бирелде.
Вакансиялар йәрминкәһендә бөтәһе 65 кеше ҡатнашты, уларҙың 23-нә ваҡытлы эш урыны тәҡдим ителде. Осрашыу һуңында Азат Тәлғәт улы Хәбибиуллин ошондай сараларҙың күп кенә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен асырға һәм эшкә урынлашыу йәһәтенән яңы юлдар асылыуына ярҙам итәсәк тип билдәләне. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм йәрминкәне ойошторорға ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтте.

София СЕРКОВА фотоһы.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас