Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Июль 2025, 10:14

«Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты.»

Күптән түгел Республика халҡын эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Йылайыр районы буйынса территориаль бүлегендә «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» темаһына Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтте.

«Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты.»
«Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты.»

Был сараның төп маҡсаты карьераны планлаштырыуға һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү. Йәрминкәлә вакансиялар менән бер рәттән граждандарға мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә мөмкинлектәре күрһәтелде.
Йылайырҙағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа утыҙҙан ашыу вакантлы эш урыны һәм вазифа тәҡдим итте. Улар араһында: водитель, һаҡсы, һатыусы, бухгалтер, тракторсы, бина йыйыштырыусы, ярҙамсы эшсе һәм башҡалар.
Дөйөм алғанда сарала төрлө милек формаһындағы һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәрендәге алты эш биреүсе вәкилдәре ҡатнашты.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге белгестәре тарафынан сараға килеүселәр өсөн мәғлүмәт стендтары әҙерләнгән ине һәм мәшғүллек өлкәһендә һөнәри йүнәлеш, төрлө хоҡуҡи һорауҙар буйынса консультациялар, психолог һәм профориентолог кәңәштәре кеүек дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелде.
Бөтәһе 60 эш эҙләүсе кешегә ярҙам йәһәтенән буклеттар, брошюралар тәҡдим ителде.

фото халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге архивынан алынды.

«Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты.»
«Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты.»
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас