Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Октябрь 2025, 09:57

Өлкән быуын кешеләре өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре

Социаль заказ сиктәрендә райондың 60 йәштән 19 оло быуын вәкиле, ГТО нормативтарын уңышлы үтәгәне өсөн физкультура һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәренә 10 000 һумлыҡ сертификаттар алды.

Өлкән быуын кешеләре өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре
Өлкән быуын кешеләре өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында 60 йәштән өлкән граждандар өсөн физкультура һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре буйынса социаль заказ тормошҡа ашырыла. Программаның төп маҡсаттары – физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу буйынса ГТО нормаларын тапшырыуҙы пропагандалау. Шулай уҡ «Демография» милли проекты, «Өлкән быуын» милли проекты һәм «Спорт – тормош нормаһы» милли проекты сиктәрендә ныҡлы эшләү.


Уның асылы шунда: ГТО нормативтарын ниндәй билдәгә булһа ла уңышлы үтәгән хаҡлы ялдағы граждандар физик культура-һауыҡтырыу комплексына йөрөү өсөн 10 000 һумлыҡ сертификат аласаҡ.


ГТО нормаларын үтәү өсөн www.gto.ru сайтында мотлаҡ теркәлеү талап ителә, унда һәр ҡатнашыусыға ғүмерлеккә һаҡлана торған уникаль идентификация номеры бирелә. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткән ҡатнашыусылар ГТО-ның лайыҡлы билдәләрен аласаҡ.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас