Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
20 Февраль 2022, 18:52

ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ ТЫУҒАН ҠАЙҺЫ БЕР УЙҘАР

Бөгөн – яҙыусы-прозаик Хәйҙәр Тапаҡовтың тыуған көнө. Яҙыусы-прозаик, тип “прозаик” һүҙенә баҫым яһап әйтеүем юҡҡа түгел. Сөнки, яҙыусыларҙың күпселеге кеүек, ул әҙәбиәткә шиғырҙары менән килеп инде. Шул юҫыҡта дауам итһә, бөгөн беҙ Хәйҙәрҙе шағир тип белер инек. (Әлбиттә, шиғырын да, прозаһын да, драмаһын да яҙған яҙыусыларыбыҙ бар. Мәҫәлән, Мостай Кәрим. Тик бының өсөн Мостай булып тыуырға кәрәктер).

ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ ТЫУҒАН ҠАЙҺЫ БЕР УЙҘАР
ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ ТЫУҒАН ҠАЙҺЫ БЕР УЙҘАР

Эйе, башлап яҙыусы булып, гәзиттә тәүге шиғырын баҫтырғандан алып, прозаға башкөллө күскәненә тиклем (хәтерем алдамаһа, тәүге хикәйәһе “Тоҙло перәниктәр” булды шикелле) район гәзитендә Хәйҙәр Тапаҡовтың бихисап шиғырҙары һәм, хатта, “Яра” тигән бер поэмаһы ла донъя күрҙе. Туплаһаң, бер китаплыҡ. Шулай тинем дә, 1995 йылды ҡаршылағанда Хәйҙәргә уйынлы-ысынлы китап сығарырға өндәп яҙған бер һигеҙ юллыҡ “шаярыудиям” иҫкә килеп төштө.

“Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ

Тапаҡовтың яҙған әҫәрҙәре.

Тапаҡовтың яҙғандарын уҡып,

Йәше-ҡарты йөрөй әҫәрләнеп.

Тик шуныһы: гәзит – китап түгел,

Давай китап, Тапаҡ, тап аҡса

И дуй Өфөләргә, төш артынан,

Вәт бына был булыр Тапаҡса”, – тип яҙған инем. (90-сы йылдарҙың ниндәйерәк йылдар булғанлығын иҫләһәгеҙ, “тап аҡса”, “төш артынан” тигән һүҙҙәргә аптырамаҫһығыҙ). Әле бына уны, шиғырҙарын йыйынтыҡҡа туплап сығарырға өндәп ултырыуым. Ул, һис шикһеҙ, шиғриәт һөйөүселәрҙең китап кәштәһендә үҙенең лайыҡлы урынын алыр ине. Ә әлегә һеҙгә Хәйҙәр үҙе “шыраулы” тип атаған “Шымартылмаған шиғырҙар”ынан бер генә шиғырын һеҙгә лә уҡытырға йөрьәт иттем. Элеккеләрҙән тағы ла бер нисә шиғыры ошо арала “Ауыл уттары”нда сығасаҡ. Ҡарап барығыҙ, уҡып барығыҙ, бының өсөн “Ауыл уттары”на яҙылығыҙ!

 

АТ ЗАРЫ

Һәр нәмәнең була үҙ урыны,

Үҙ ҡиммәте була, үҙ хаҡы.

Хоҙай миңә йән өргәс тә әйткән:

“Был тере зат булһын йөк аты”.

Яҙмыш мине ҡайҙа ташламаны,

Кемдәр менеп, кемдәр екмәне.

Арҡа буйын ҡаҡ эйәре баҫһа,

Сейләндерҙе ҡамыт елкәне.

Хужаларҙың төрлөләре булды,

Ҡамсыһыҙы ғына булманы:

Сыбыртҡыһыҙ ат йөрөмәй, тиеп,

Ныҡ тоттолар хәтәр йоланы.

Ауыр, бейек арбаларҙы тарттым,

Саналарҙы тарттым бер яйға,

Тәртә ватып яҙмыш һынаманым,

Хоҙай шулай яҙғас маңлайға.

Билдән көрттәр ярҙым, ҡойо кистем,

Күрҙем шулай күрмәҫ нужаны.

Ә һуңынан, емереп эшләй, тиеп

Маҡтанылар минең хужаны.

Байрамдарҙа мине екмәнеләр,

Бәйгеләрҙә сабып уҙманым,

Башҡа малдар ятып ял иткәндә

Аяғөҫтө төндәр уҙғарҙым.

Шөкөр иттем юғы, барына...

Тик шул – һыйҙың татлылары ятты

Ҡуш боғаҙлы ишәк алдына.

...Үҙгәрештәр булып ятҡан мәлдә

Ғәҙелһеҙлек ҡылыу бөтөрмө?!

Сусҡа, кәзәләргә хаҡ өҫтәлде,

Донъя йөгөн үҙ иңендә тартҡан

Йөк атына хаҡ һуң үҫерме?!

“Ауыл уттары”, 1991 йылдың 4 майы.

 

Һаман да актуаль яңғырай түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

                                                                       

Заставкалағы шаржды Һабырҙан Рауил Ҡужабәков эшләгән ине.

Һүҙемде Хәйҙәргә һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләп йомғаҡлайым.

Фәрит МОРТАЕВ.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: