Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кем ул Рифҡәт Алғошаев?

Сибай ҡалаһында йәшәүсе журналист яҡташыбыҙ Фәрит Әхмәровтың был мәҡәләһен интернет киңлектәренә сығарыуымдың бер сәбәбе ошо гәзит һанын һораусыларҙың (берәү генә булһа, бәлки үҙенә генә яуап бирер ҙә ҡуйыр инем, өсәү булып киттеләр, ә өсәү – ул күп, битараф ҡалдырып булмай) үтенесен ҡәнәғәтләндереү булһа, икенсе сәбәбе – Рифҡәт Алғошаевты яҡындан белгәндәрҙең, туғандарының хәтирәләрен ишетергә теләү. Был билдәле билдәһеҙ талантлы яҡташыбыҙҙы кемдәр белә – уларҙан комментарийҙар көтәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, тарихты бергәләп яҙайыҡ.

Кем ул Рифҡәт Алғошаев?
Кем ул Рифҡәт Алғошаев?

Рәми Ғариповтың көндәлектәрен айырыла алмай уҡып ултырғанда шағирҙың йыш ҡына Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫкә алыуына иғтибар иттем. Ниңәлер, исеме лә, фамилияһы ла миңә таныш, улай ғына ла түгел, яҡын кеүек тойолдо. Кем икән ул, Рифҡәт Алғошаев? Беҙҙең яҡ кешеһе түгелме? Хәҙер ҡайҙа икән ул ағай? Иҫән булһа, ни өсөн бер кем дә белмәй? Рәми кеүек шағир менән дуҫ булған кеше эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа? Ошо һорауҙар миңә айҙар, йылдар буйы тынғы бирмәне.

Шулай бер, тураһын килтереп, Аҡъярҙа йәшәгән ағайым (әсәйемдең ҡустыһы) Факил Хәкимовтан:

– Ағай, һин Рәми Ғарипов менән параллель класта уҡығанһың, 9-сы мәктәп-интернатты бер йылда тамамлағанһығыҙ. Рифҡәт Алғошаев исемле егетте иҫләмәйһеңме? Ҡайҙан ине ул? – тип һораным.

– Аһ, Рифҡәтте белмәй ни! Матрай малайы ла баһа! Бала саҡтан беләм. Беҙ уның менән Темәс педагогия училищеһына ингән ерҙән Һаҡмар буйлап ҡасып ҡайттыҡ. Интернатҡа ла бергә барҙыҡ, бер класта уҡыныҡ. Рәми менән бик дуҫ булды ул. Хәҙер ҙә иҫән-һау, Өфө ауылында (Хәйбулла районы) йәшәп ята, мин уның менән телефон аша аралашып торам, – тине.

Был һәйләшеүгә лә тиҫтәләгән йыл үтеп киткәндер инде. Шунан алып мин Рифҡәт ағайҙы бер тапҡыр ғына булһа ла барып күреү теләге менән янып йәшәнем. Рафиҡ ауылы кейәүе булғас, Өфө аша үткеләгәнем дә булды, ниңәлер ишектәрен шаҡып инергә батырсылығым етмәне. Мин һуҙылып йөрөгәнсе, Рифҡәт ағай ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлашып та ҡуйҙы. Хыялым, үкенес булып, йөрәгемде өйкәп тик йөрөй.

Яңыраҡ «Ағиҙел» журналында (2015 йыл, №1) Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың «Ҡуйын дәфтәре – ижад хәстәре» исемле иҫтәлектәре баҫылып сыҡты. Шунда мин көтмәгәндә Рифҡәт ағай тураһында иҫ киткес йылы һүҙҙәргә тап булдым.

«Яҙыусылар союзында иҫәптә яҙыусылар ғына тормай. Унда башлап яҙыусылар исемлеге лә бар. Әйтергә кәрәк, ярайһы ғына оҙон ул. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, йылдар үтеү менән уларҙың күптәре төшөп ҡала. Таланттары самалы булғандары, тип әйтмәйем, ысын таланттар ҙа юғалып ҡала, – тип яҙа халыҡ шағиры. – Илленсе йылдарҙа ла башлап яҙыусылар байтаҡ ине. Бигерәк тә пединститут студенттары араһында. Пединститут тигәнем хәҙерге университет инде. Араларында Рифҡәт Алғошаев менән Хәниф Сәфәров үткер ҡәләмле булыуҙары менән айырылып тора ине. Ҡәләмдәре генә түгел, үҙҙәре лә үткер ине. Шуға бер миҫал.

Филолог студенттарҙың иң яратҡан уҡытыусылары яҙыусы Әмир Чаныш ине. Уның лекцияларын тыңларға башҡа факультет студенттары ла килә торғайны. Бына шул абруйлы уҡытыусыны көндәрҙән бер көн алыштырғандармы ни! Лекция тәгәрмәсе элекесә шыма ғына әйләнмәй. Лекторыбыҙ һыу эсергә өҫтәлдәге графинға үрелеп ҡарай. Тик графин буш. Рифҡәттең тәжрибәһе бар: кистәрен артыҡ «һалыусының» иртә менән башы ауыртыусан, тамағы кибеүсән. Уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Шул ваҡыт ул түшәмгә етерлек итеп ҡул күтәрә. Әмир Чаныш күтәрелгән ҡулды күреп ҡала.

– Ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?

– Ағай, һыу алып инәйемме?

– Бар, тиҙ йөрө, – тип Әмир Чаныш уға буш графинды тоттора.

Ул йылдарҙа пединститут алдында киоск бар ине. Рифҡәт киосктан бер ярты алып графинға бушата ла уны өҫтәлгә килтереп ҡуя. Әмир Чаныш шул «һыуҙы» стаканға тултырғансы ҡойоп эсә башлай... һәм бер аҙға туҡтап ҡала. Унан студентына рәхмәтле ҡараш һала ла стаканды бөтөнләй бушатып ҡуя. Рифҡәт йәнә ҡул күтәрә.

– Тағы ни әйтергә теләйһең, Алғошаев?

– Ағай, мин дә һыу эсәйем әле!

Ни тип яуап бирһен инде Әмир Чаныш?

– Ярар, эс, тик күп түгел, – тип рөхсәт бирергә мәжбүр була.

Рифҡәт Алғошаев менән бер өҫтәл артында ултырған дуҫы Хәниф Сәфәров графинда ниндәй һыу булғанын нисек белмәһен инде. Ул да ҡул күтәрә.

– Ни әйтергә теләйһең, Сәфәров?

– Ағай, миңә лә һыу эсергә рөхсәт итегеҙ әле?!

Был егеттәр саманан сыға башланы түгелме?

– Тик кенә ултыр, – тип ҡырт киҫә остазы. – Тәнәфестә эсерһең.

Рифҡәт Алғошаев, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан икенсерәк юл һайланы. Күпмелер йылдар үткәндән һуң, бәләкәй ҡыҙын эйәртеп, минең өйгә лә килеп сыҡты. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлеге тарихты ла иҫкә төшөрҙөк.

Хәтирәләребеҙ Рәми тураһында ла булды. Улар яҡын дуҫтар ине, тиһәм дә хата булмаҫ. «Ҡыҙыңдың исеме кем?» – тип һорағас, Хөббөниса, тине. Мин быны шаяртыу тип ҡабул иттем. Юғиһә ул йылдарҙа балаларға «заманса» исемдәр ҡушалар ине. Ә, бәлки, дөрөҫө шулай булғандыр.

Шағир елгә ҡаршы төкөрөргә ярата ине. Бер нисә йыл элек ул Хәйбуллаға ҡайтып килгән Ҡәҙим Аралбаев аша миңә үҙнәшер менән сығарған китабын ебәрҙе. Унда элекке шиғырҙары менән бергә яңылары ла бар ине. Арбанан бер төшөп ҡалғас, уны ҡыуып етеүе ҡыйындыр шул, тип уйлап ҡуйҙым. Ә, бәлки, ҡыуып етеп тә булмайҙыр».

Ә Рәми Ғарипов менән нисек дуҫлашып китеүе хаҡында Рифҡәт ағай  «Талант эйәһе» тигән мәҡәләһендә («Интернатым – пар ҡанатым», Өфө, 2005 йыл, 49-сы бит) бына нимәләр яҙа:

«Мин – Алғошаев Рифҡәт. 1947/48 уҡыу йылында тәүге көндәрҙән башлап Рәми Ғарипов менән дуҫлашып киттек. Быға, моғайын, минең дә Рәми кеүек көндәлектәр яҙыуым, әҙәбиәт яратыуым, рәсем төшөрөүем сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым.

Рәми әҫәрҙәренең 2-се томының 63-сө битендә шундай юлдар бар: «1947 йылдан бирле мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарҙым. Уны үҙем яҙам, әҙерләйем. Эпиграммалар, төрлө фельетондар яҙам. Башҡаларҙың да шиғырҙарын эшләйем. Етмәһә, әҙәби түңәрәктең «Туған тел» гәзитен дә сығарам. Мөхәрририәт ағзалары Сәғит менән Рифҡәттән бик йыш ҡына ҡәнәғәт булмайым. Бәрелештәр булғылап ала. Рифҡәт менән бергә эшләй торғас, дуҫлаштыҡ, ауылдашым Сәғит менән иһә алыҫлаштыҡ».

1949 йылдың 29 ноябрендәге көндәлегемдән бер өҙөк килтерәм: «Киске сәғәт 8-ҙә мәктәптә әҙәби түңәрәктең йыйылышы булып үтте. Унда Лебединскийҙың «Башҡорт халҡының оҙон көйҙәре» тигән мәҡәләһен өйрәндек. Һуңынан Рәми минең шиғырҙарға ҡыҫҡаса анализ яһаны. Ул «Зоя», «Ысын кешегә», «Уҡытыусыма» исемле шиғырҙарыма ыңғай баһа бирҙе, ә «Гөлбикә» исемле шиғырға бик ныҡ тәнҡит һүҙҙәре әйтте.

Ғариповта мин бик ҙур талант эйәһен күрәм. Ул, һис шикһеҙ, башҡорт әҙәбиәтенең гигант фигураһы булып әүереләсәк. Ҡайнап торған дәрт, энергия бар унда. Уның шул тиклем дә эшһөйәрлегенә көнләшәм дә хатта...

Рәми тураһында шулай яҙыуыма, күрәҙәләүемә аптырап та ҡуям».

Рифҡәт ағай тураһында ишеткәнем-белгәнем шуның менән тамам  да булыр ине. Ике-өс йыл элек Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәрендә оҙаҡ йылдар эшләгән яҡташым Әхмәт ағай Юланов Рифҡәт ағайҙың үҙенә төбәп яҙған яуап хатын күрһәтте. Ошо хатында ул үҙе хаҡында әҙерәк әйтеп үтә. Мәҡәләм тулыраҡ булһын өсөн, унан да өҙөк килтермәй булдыра алмайым.

«Миңә яҙмышыма зарланаһы түгел. Атай-әсәйҙең яңғыҙ малайы булдым. Бик теремек, шаян инем, спорт яраттым, һунарсы, балыҡсы булдым. Мәктәптә дәрестәрҙе лә еңел үҙләштерә инем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡытыусы апай рәсем дәресендә мине таҡта янына сығарып, аҡбур менән төрлө хайуан, ҡош, йорт, машина-трактор һүрәттәрен эшләтеп, уҡыусыларға күсерергә ҡуша торғайны. Ҙурайғас та был һөнәремдең файҙаһын күп күрҙем. Етенсе класты 1944 йылда тамамлағас та, бер айлыҡ курсҡа ебәреп, башланғыс класс балаларын уҡытырға ҡушып ҡуйҙылар. Артабан, бәхетемә, республикабыҙҙың 9-сы мәктәп-интернатында уҡырға яҙҙы. Минең өсөн интернатым «пар ҡанатым» булды. Ошо осор, ҡәләм тирбәтеп, шиғыр-миғыр әүәләнем. Институтҡа уҡырға ингәс, ижад менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Институттан һуң Зәйнәп Биишева апай кәңәше буйынса нәшриәттең дәреслектәр бүлегендә мөхәррир вазифаһында хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем.

Миңә үҙ ғүмеремдә иҫ киткес шәхестәр менән осрашырға, дуҫлашырға насип булды. Уларҙың изгелеген ғүмерҙә лә онота алмам. Халыҡ шағирҙары Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбайҙар менән табындаштар, ҡәләмдәштәрем Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафиндарҙың туйҙарында төп ҡоҙа, почетлы ҡунаҡ вазифаһында ҡатнашыуҙар ҡәҙерле хәтирәләр булып ҡаласаҡ. Шул да мәғлүм булһын, мин «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, өс юбилей миҙалы менән бүләкләнгәнмен. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләп, ағайың.

2009 йыл, 14 сентябрь».

Саф күңелле, намыҫсан кеше булараҡ, Рәми ағай Ғарипов дуҫлыҡта ла бик талапсан, талымлы булған, тиҙәр. Шунлыҡтан яҡын дуҫтары ла аҙ булған уның. Иң ауыр ваҡыттарында хәлен аңлаған, йөгөнә керә белгән кешеләр араһында яҡташыбыҙҙың да булыуы беҙҙең өсөн дә ғорурлыҡ түгелме ни!

Фәрит ӘХМӘРОВ.

(Мәҡәлә авторҙың «Һикәлтәле йылдар»китабынан алынды).

Кем ул Рифҡәт Алғошаев?
Кем ул Рифҡәт Алғошаев?
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: