Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

НИ ӨСӨН АҠМАН-ТОҠМАН ШУЛАЙ АТАЛА?

Күршелә генә, Силәбе өлкәһендә, беҙгә ҡәрҙәш бер халыҡ йәшәй. Улар үҙҙәрен ноғайбәктәр тип атап йөрөтәләр. Уларҙың теле генә түгел, йәшәү рәүеше, ғөрөф-ғәҙәттәре, хатта ауыҙ-тел ижадтары ла башҡорттыҡына  бик яҡын. Бөгөн мин һеҙгә, район  гәзитен яратып уҡыусыларға, ошо халыҡтың «Аҡман - Тоҡман» исемле риүәйәтен тәҡдим итмәк булам.

НИ ӨСӨН АҠМАН-ТОҠМАН ШУЛАЙ АТАЛА?
НИ ӨСӨН АҠМАН-ТОҠМАН ШУЛАЙ АТАЛА?

Аҡман-Тоҡман

– Әсәй, ә ниңә был буранды Аҡман-Тоҡман тип атағандар? Нимә аңлата ул?

– Март аҙаҡтарындағы яҙ менән ҡыш тартышҡан осорҙағы көслө буранды шулай атап йөрөтәләр.

– Ә ни өсөн?

– Уның үҙенә күрә бер тарихы ла бар. Һәйләйемме?

– Һөйлә, һөйлә!

– Тыңлағыҙ, улай булғас...

Борон-борон заманда беҙҙеке кеүек бер ноғайбәк ауылында оло ғына  бер ҡарт донъя көткән,ти. Уның ике улы булған: береһе – Аҡман, икенсеһе – Тоҡман.

 Бер ваҡыт, ныҡ бирешеп, ауырып киткәс, ҡарт улдарына:

– Әжәл мине алырға бындай сатлама һыуыҡта килмәһә генә ярар ине. Ер туң бит, туғандарҙы мәшәҡәтләгем килмәй, – тип ысҡындырған.

Улдары, атаһының һүҙҙәрен үҙҙәренсә аңлап, өйҙән сығып киткәндәр ҙә оҙаҡ юғалып торғандар. Кисен һуңлап ҡына ҡайтып ингәс, аталарына:

– Атай, ҡайғырма, беҙ ҡәбер ҡаҙып та ҡуйҙыҡ инде, – тигәндәр, ти.

Ҡарт, улдары унан тиҙерәк ҡотолорға уйлай икән тип уйлап, ныҡ асыуланған һәм:

– Бөтәһе лә Алла ҡулында. Бер кеше лә нимә күререн алдан белмәй.Үҙеңә тәғәйен булмаған ҡәбергә лә ятып булмай. Был ҡәберҙе кемгә – миңәме, әллә үҙегеҙ өсөн ҡаҙғанһығыҙмы, билдәһеҙ әле, – тигән.

Ахмаҡ малайҙар атаһының был кинәйәле һүҙенә иғтибар итмәгәндәр. Аттарын егеп алып, күрше ауылдарҙа йәшәгән туғандарына атайҙарының хәлен һөйләп, ерләшеүгә саҡырып ҡайтырға ашыҡҡандар. Ҡайғыларын белдереп бөтә ағай - энеләрен йөрөп сығыуға ҡараңғы ла төшкән. Ҡайтыу яғына төнгә ҡаршы ғына  юлға сыҡҡандар. Үс иткәндәй, ҡапыл буран сығып киткән.Һонған ҡул да күренмәгән, ти. Ни эшләргә белмәгән Аҡман менән Тоҡман, аҙашҡандарын аңлағас, ҡосаҡлашып санаға ятҡандар ҙа һаламға төрөнгәндәр, ти. Таң атыуға буран тымған һәм ат үҙ яйы менән өйгә ҡайтып ингән. Туғандары санала ҡосаҡлашып ятып туңған ике мәйетте күреп ҙур ҡайғыға ҡалған. Уларҙы шулай ҡосаҡлашҡан көйө үҙҙәре ҡаҙған ҡәбергә күмгәндәр, ти. Шунан алып ошо көслө март бурандарын Аҡман –Тоҡман тип йөрөтә башлағандар.

Фәрит ӘХМӘРОВ.

Сибай ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: