Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәш сәсәндәр бәйге тотто

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы үтте. Сара Өфө ҡалаһында өс көн дауамында барҙы. Балаларҙың сығыштарын сәсәниә Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы.

Конкурс сиктәрендә уҡытыусылар өсөн дә, балалар өсөн дә бай, үҙенсәлекле программа ҡаралғайны: «Уйна ла көл», «Урал батырҙы бел!» уйыны, «Башҡорт батырҙары» квизы уҙғарылды. Милли музейға сәйәхәт ҡылды балалар. «Тамыр» телеканалы үҙенең «Атайсал. Беҙҙекеләр» документаль фильмын тәҡдим итте, «Бишбармаҡ» оркестры ойошторған дискотекала барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты.
Бүләкләү тантанаһындағы күрһәтелгән тамашанан, хатта күҙҙәргә йәш тулды. Бигерәк һәләтле, рухлы ла инде беҙҙең балалар.
Йылайыр командаһы был юлы ла һынатманы: «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәләштереүҙә – икенсе, Хамматов Ғәзинур яңғыҙ башҡарыусылар араһында өсөнсө урын яулаһа, Мостафин Азат «Иң яҡшы ир-егет» номинацияһында еңеүсе булды. Юлдыбай мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Баһаува Зарифа «Аманат» журналының махсус призына лайыҡ булды.Уларҙы был мәртәбәле конкурсҡа Буканова Н.С., Иҫәндәүләтова Г.С. әҙерләне.
Бәйгене ойоштороу бик юғары кимәлдә булды, йылы тәьҫораттар беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Фирҙәүес ҠАШҠАРОВА.
Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: