Бөтә яңылыҡтар
Теле барҙың иле бар
25 Апрель 2025, 09:50

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты офлайн форматта нисек яҙырға?

Ул онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты офлайн форматта нисек яҙырға?
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты офлайн форматта нисек яҙырға?

Офлайн майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала, уларға 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.

Онлайн формат
26 апрелдән 28 апрелгә тиклем. 26 апрелдә 11:00 сәғәттә Башҡорт юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башлана.


Теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, теркәлеү кәрәкмәй
Диктанттарҙың фотоһын (сканын) t.me/bash_dicta... телеграм-ботына йәки bashdictant2025@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.


Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында [#alias|bashdictant.ru/ сайтында|https://bashdictant.ru/ сайтында] баҫтырылып сыға.


0+
#башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2025, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам

 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас