Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә уҙа.
Диктант БСТ, «Тамыр» телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ рәсми сайтта һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә лә яҙа ала. Эштәрҙе 2026 йылдың 17 апрелендә төнгө бер минуттан 12 тулғансы акцияның рәсми сайты йәки чат-бот аша тапшырырға кәрәк.
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтындағы «Майҙансыҡтар» бүлегендә майҙансыҡ һайларға һәм алдан теркәлергә кәрәк. Акция көнөндә ҡатнашыусылар диктантты үҙҙәре һайлаған майҙансыҡта яҙа.
Быйыл диктант тексы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған.
Онлайн-форматта ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтын (https://bashdictant.ru/) йәки МАКС мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын файҙаланырға кәрәк.
Розалия ТАКАЛОВА фотоһы.