17 апрелдә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ!

Йылайыр районында диктанты ҡайҙа яҙырға була?

17 апрелдә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ!17 апрелдә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ!
17 апрелдә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ!

Акция офлайн һәм онлайн форматтарҙа уҙғарыласаҡ

Диктанттың маҡсаты – Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу, шулай уҡ тел мәҙәниәтен күтәреү һәм кешеләрҙе тыуған телдәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Диктант барышын телевидение һәм радионың киләһе каналдарында ҡарарға, тыңларға була:
  «БСТ» һәм «Тамыр» телеканалдарында;
  «Ашҡаҙар» радиоһында;
  Акцияның рәсми сайтында;
  Ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә.
Үткәреү ваҡыты:
  11:00–11:25 – башланғыс кимәл өсөн;
  11:30–12:00 – телде иркен белгәндәр өсөн;
  12:05–12:30 – төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙың яҙмаһын ҡулланырға мөмкин. Онлайн форматта ҡатнашыусыларҙың эштәре 2026 йылдың 17 апрелендә 23:59 сәғәткә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) акцияның рәсми сайтында bashdictant.ru/, «МАКС» мессенджерының чат-боты @bash_dictant_bot аша ҡабул ителә.
Йылайыр районында диктант яҙыу өсөн майҙансыҡтар эшләйәсәк.
– Үҙәк район китапханаһында – башланғыс кимәл;
– Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында – юғары кимәл;
Шулай уҡ райондың бөтә мәктәптәрендә лә диктант яҙырға мөмкин буласаҡ.


Акцияның офлайн форматы 17 апрелдә теүәл 11.00 сәғәттәң башлансаҡ.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡатнашыу тураһында сертификаттар биреләсәк, улар онлайн форматта ҡатнашыусылар өсөн – электрон һәм офлайн майҙандарҙа диктан яҙыусылар өсөн ҡағыҙ варианттарҙа тапшырыласаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас