Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
7 Апрель 2022, 13:42

ЙЫЙЫНДАР ТӘРТИБЕ ҮҘГӘРӘ

Башҡортостанда граждандар йыйыны тәртибен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул ителде

ЙЫЙЫНДАР ТӘРТИБЕ ҮҘГӘРӘ
ЙЫЙЫНДАР ТӘРТИБЕ ҮҘГӘРӘ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары халыҡ йыйынын үткәреү тәртибен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте.

Парламент спикеры Константин Толкачевтың әйтеүенсә, закон халыҡ йәшәгән урындарҙа йыйынға ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында кешеләрҙең яртыһынан күбеһен йыйып булмаған осраҡтарҙа был йыйынды үткәреү тәртибен үҙгәртә. “Мәҫәлән, бер нисә мең кеше йәшәгән ҙур ауылдар халҡының яртыһынан күбеһен бер урынға йыйып булмай. Бөтәһен дә һыйҙырырлыҡ бина ла юҡ әле хатта. Бындай осраҡтарҙа граждандарҙың йыйыны уны үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткән көндән алып бер ай эсендә этаплап үткәреләсәк. Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирә аласаҡ. Йыйында ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе тауыш бирһә генә, ҡарар ҡабул ителгән тип иҫәпләнәсәк”.

Парламент рәйесенең фекеренсә, был үҙгәреш урындағы мөһим  мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың фекерен тулыраҡ иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк.

Эйе шул, хәҙерге кеүек ун кеше йыйылып, “халыҡ йыйыны үткәрҙек, унда фәлән-фәлән мәсьәлә тураһында ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде”, тип ауыҙ тултырып һөйләп йөрөмәҫтәр, бәлки.

 

Фото: Яндекс. Картинки

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: