Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында ауыл ерендә мәҙәниәт йорттары һәм социаль үҙәктәрҙең булыуы биләмәләрҙең әүҙем тормошона булышлыҡ итә тип билдәләне. Төбәк башлығы халыҡҡа мәҙәни учреждениеларын һаҡлап алып ҡалырға тырышҡандары һәм бының өсөн ҙур эштәр башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һуңғы йылдарҙа Йылайыр районында ла ауыл мәҙәниәт йорттары яңы һулыш ала. Быйыл Сәләх ауылында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған ремонт эштәре тамамланды.
Был проектта ҡатнашыу һәм уның ярҙамы тураһында Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов һөйләне:
– Биләмәбеҙ халҡы бик әүҙем. Йыл һайын программала ҡатнашабыҙ. Әле Сәләх ауылының мәҙәниәт клубына тулыһынса ремонт үткәрелде. Республика хакимиәте булдырған ошо проект ябай ауыл халҡының, биләмәнең йәшәйешен яҡшырта һәм уның ярҙамы менән күләмле эштәр башҡарыла. Беҙҙең мәҙәниәт усағыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарған бағымсыларға, ауыл халҡына һәм шәхси эшҡыуар И.Н.Әхмәровҡа, ауыл биләмәһе төҙөүселәренә сифатлы хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти ул.