Урындағы үҙидара
18 Апреля 2025, 04:54

Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә

Ошо көндәрҙә Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ошо ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы менән район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, хакимиәт башлығының  беренсе  урынбаҫары Марс Солтанов, хакимиәт башлығының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары Вадим Шәйәхмәтов, Йылайыр районы муниципаль Советы секретары Айҙар Хәзиев, Йылайыр районы прокуроры Илгиз Йәрмөхәмәтов, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Данис Ғәлин, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса  төбәк операторы вәкиле Наил Моталлапов, ауыл хужалығы идаралығы, район ветеринария станцияһы, мәҙәниәт бүлеге етәкселеге, урман хужалығы вәкилдәре ҡатнашлығында граждандарҙың сираттағы сходы уҙҙы. Бындай осрашыуҙарҙың  маҡсаты булып, әлбиттә, халыҡ менән урында аралашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын бергәләп табыу тора.

Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итәХалыҡ менән осрашыуҙар дауам итә
Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә

Юлдыбай ауыл биләмәһенә дүрт ауыл – Юлдыбай, Һынташ, Вознесенка һәм Вәскир ауылдары ҡарай, уларҙа бөгөнгө көндә 1650 кеше йәшәй.

Йыйылышты Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев асты һәм 2024 йыл йомғактары тураһында отчет доклады менән сығыш яһаны.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының сығышынан билдәле булыуынса былтыр юлдыбайҙар Башҡортостан Республикаһының “Иң яҡшы муниципаль берәмек” конкурсында ҡатнашҡандар һәм беренсе урын өсөн  аҡсалата премия менән бүләкләнгәндәр. Был аҡсаға ремонт эштәре башҡарылған һәм оргтехника һатып алынған. Юлдыбай ауылының  1 май урамында туҙған асфальт япмаһын өлөшләтә түшәү, шулай уҡ ауыл эсендә йәйәүлеләр үткәүелдәренә горизонталь юл билдәләрен һыҙыу, Юлдыбай ауылы янынан үткән автомобиль трасса буйына ҡоймалар ҡуйыу, сүплек ерҙәрен рәсмиләштереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ер участкаһы сиктәрендә эттереү, ҡурайға һәйкәл ҡуйылған Сонтоғаш ерен кадастр учетҡа ҡуйыу кеүек эштәр башҡарылған. Юлдыбай ауылының Төхфәт Морат урамында һыу үткәргес торбаһы ҡуйылған, дауахана ҡаҙанлығы циркуляция насосы менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ Юлдыбайҙың Тау, Йылға аръяғы, Кооператив, Хоҙайбирҙин  һәм  Һынташ ауылының  И. Дилмөхәмәтов, М.Мортазин урамдарында юл селтәре профиле тергеҙелгән, юл билдәләре, таяуҙары яңыртылған, диодлы яҡтыртҡыстар алмаштырылған, Һынташ ауылында урамдарҙы яҡтыртыу өсөн сип сымдар ҡуйылған. Вәскир ауылында урынлашҡан Еңеү паркы территорияһы кәртәләнгән һәм ҡоймалары буялған, ауыл зыяраты өлөшләтә тимер ҡоймалар менән яңыртылған. Һынташ ауылы  зыяраты ла уҙған йыл ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүсе яҡташтарының мадти ярҙамы менән тимер ҡоймалар менән кәртәләнеп алынған, тирә яҡты тәртипкә килтереү буйынса ойошторолған өмәләрҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан, тирә -йүнде матурлауҙа һәр кем үҙ өлөшөн теләп индергән. Ағымдағы йылда ла төҙөкләндереү буйынса  күп эштәр ҡаралған.

Ауылда ғына түгел район, республика тормошонда ла ҡайнап йәшәй юлдыбайҙар. “Шоңҡар” халыҡ башҡорт театры уҙған йылда Республика театр коллективтарының “Тамаша” фестивалендә Гран при яулаһа, ошо көндәрҙә генә  коллектив Силәбе ҡалаһында үткән VI Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр театрҙар фестивалендә уңышлы сығыш яһап лауреат исеме алғандар. “Батыр” физкультура һауыҡтырыу комплексында эшләп килгән “Юлдыбай” волейбол клубы республика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, беренсе, икенсе урындар алыуға өлгәшкән. Йәш баскетболсылар командаһы ла уларҙан ҡалышмай, Башҡортостан буйынса уҙғарылған ярышта 3 урын алған. Шулай уҡ биләмәлә ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эш алып бара, махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәребеҙгә ҙур ярҙам итә.

- Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығырға ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте башлығына, ойошма вәкилдәренә, ауылдың “Ирҙәр ҡоро”, “Ағинәйҙәр” ойошмаларына һәм барлыҡ биләмә халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ тигән өмөттә ҡалам, - тип тамаланы сығышын Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев.

Артабан йыйылышҡа килеүсе халыҡ алдында ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, эре һәм ваҡ малдарҙы тамғалау буйынса яңылыҡтар менән район вәкилдәре сығыш яһаны һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе, аңлатмалар индерҙе.

Әйтергә кәрәк, бындай осрашыуҙар етәкселәргә ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе белергә, бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын барларға ярҙам итә. Шуға ла бындай осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булғандыр, тип раҫларға була.

Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә
Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә
Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә
Халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас