Урындағы үҙидара
18 Апреля 2025, 05:07

Йыйылыштар дауам итә

Апрель башында Һабыр ауыл биләмәһендә граждандар йыйылышы булып үтте. Осрашыуҙа Йылайыр районы муниципаль Советы секретары Айҙар Мөхәмәҙулла улы Хәзиев, хакимиәт башлығының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары Вадим Ғәлимулла улы Шәйәхмәтов,  Йылайыр урман хужалығы етәксеһе Ислам Нуретдин улы Игебаев, мәғариф бүлеге етәксеһе Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова, янғын һүндереү участкаһы, район ветеринария станцияһы, үҙәк дауаханаһынан вәкилдәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Һабыр, Ашҡаҙар, Ҡаҙырша ауылы халҡы ҡатнашты.

Йыйылыштар дауам итәЙыйылыштар дауам итә
Йыйылыштар дауам итә

Һабыр  ауыл биләмәһендә уҙған йылда башҡарылған эш һәм 2025 йылға пландар тураһында доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы   Ғәзинур Хәзиев сығыш яһаны.

Уҙған йылда һабырҙар  ауылды тәртипкә килтереү буйынса өмәләр үткәргән, экологик акцияларҙа ҡатнашҡан. Һабыр үҫәргәндәр ере икәнен дәлилләп ауылда стела асылған, иҫке мәсет урынына мәсет макеты ҡуйылған. Тағы ла  Һабырҙа Салауат Юлаев, Мәктәп урамдарына таш түшәлгән һәм таш магазин ҡыйығы яңыртылған, хужаһыҙ территорияларҙы кәртәләү эше өлөшләтә башҡарылған һәм ауылдың сүплек урыны күсерелгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яүгирҙәрҙең ғаиләләренә утын менән ярҙам итеү ойошторолған,  биләмәлә шулай уҡ маскировка селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Ауыл мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарына, таҡтаташ һәм Герой парталары асылған.

2025 йылда ауыл биләмәһендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре өҫтөндә эште дауам итеү планлаштырыла:   Һабыр ауыл мәсетен төҙөкләндереү, мәсеткә газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеү, колонкаларҙы йыһазландырыу, юл участкаларын өлөшләтә ремонтлау, хужаһыҙ ҡалған йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереү, иҫке йорттарҙы һүтеү кеүек  эштәр ҡаралған. Быйылғы йыл Ватанды һаҡлаусылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә ауыл биләмәһендә саралар планы раҫланған да инде. Биләмә башлығы яйға һалынған берҙәм эш менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин булыуын билдәләне һәм халыҡты ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Райондан килгән вәкилдәр ауыл халҡына пай ерҙәре, яңы законға ярашлы малдарҙы тамғалау, урман алыу, янғын хәүефһеҙлеге, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, хәүефһеҙлек буйынса һөйләп үтте. Граждандарҙың юл ремонтлау, йортҡа һыу үткәреү, халыҡты диспансерлаштырыуға ҡағылышлы һорауҙарына яуап  бирҙе һәм мөһим проблемаларҙы контролгә алды.

Йыйылыштар дауам итә
Йыйылыштар дауам итә
Йыйылыштар дауам итә
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас