Урындағы үҙидара
16 Мая 2025, 10:48

Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында

«Атайсал» проекты – республикала ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең үҙҙәренең яҡташтарына һәм тыуған еренә ярҙам күрһәтеү нигеҙендә ҡоролған ҙур ғына проект. Тап Салауат Латиф улы кеүек районыбыҙҙа йәшәүсе, шулай уҡ районыбыҙҙа тыуып үҫеп төрлө тарафтарҙа ғүмер кисереүсе яҡташтарыбыҙҙы уның изге ғәмәлдәренә ҡушылырға саҡырабыҙ! Ә инде Һабыр ауылының эшһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә булған старостаһына һаулыҡ, эшендә, тормошонда уңыштар теләйбеҙ!

Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулындаАуыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында
Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында

Элегерәк күпселек ауылдар колхоз-совхоз ҡоролошона ҡараны һәм һәр ауылда бригадир, йә идарасы сифатында хужа бар ине. Колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуын тәфсирләп тормайбыҙ, был турала һәр беребеҙ белә. Ҡыҫҡаһы, ауылдар, хужа булмағас, етемһерәп ҡалды... Шулай булыуға ҡарамаҫтан ауылдар йәшәй, унда йәшәгән халыҡтың көнитмеше лә ситтә йәшәгәндәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай тип әйтерлек.
Ә бына Бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың киләсәге алдынғы ҡарашлы, илһөйәр һәм эшһөйәр ир-егеттәргә бәйле булыуы бәхәсһеҙ икәнен дә беҙ беләбеҙ. Улар иртәнге көнөбөҙгә ышаныс уята, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү мөмкинлеге бирә һәм иң мөһиме ауылдарыбыҙҙы йәшәтә...


Тыуған ауылы, тыуған еренә ерегеп йәшәгән Һабыр ауылының старостаһы Салауат Латиф улы Солтанғужин тураһында яҙып үтмәксебеҙ.
Ауыл старостаһы – ауыл тотҡаһы, бына ниндәй мәҡәл тап уның тураһында әйтелгән. Салауат Латиф улы ысынлап та Һабыр ауылының тормошона, уның булмышына битараф булмаған, тыуып үҫкән ауылының яҙмышына бәйле һәр эшен уйлап башҡарған уңған ир-уҙаманы.


Район Советы депутаты дәрәжәһендә йөрөгән Салауат Латиф улы бөгөнгө көнгә әллә күпме эштәрҙең башланғысын үҙ өҫтөнә алған. Уларҙың барыһы ла планға ярашлы үтәлеп килә. Уның һуңғы йылдарҙағы идеяларының береһе 2024 йылда барлыҡҡа килгән Һабыр ауылындағы «Һабыр – Үҫәргән төйәге» тип аталған стелла булыр. Шул уҡ йылда ауылдың боронға мәсете урынында уның макетын булдырып, уны ауылдың матур бер күренеше итеп сағылдырыуға ҙур көс һала Салауат Латиф улы. Үҫеп килгән быуын тыуған төйәгенең тарихын белһен, тамырҙарының ҡайҙан килеп сығышын, ырыуын онотмаһын тигән маҡсат менән эшләргә тырышам, ауыл тормошо һүнмәһен, ауыл йәшәһен тигән маҡсат ҡуйғанмын мин, ти ул.


Ғөмүмән әйткәндә Салауат Солтанғужин биләмәлә, районда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй. Һәр ойошторолған байрам сараларының, хәйриә акцияларының бағымсыһы булараҡ та танылыу яулаған ул. Һәр изге эшкә ҡушылып, ауылдаштарын әйҙәп алып йөрөгән ағай «Атайсал – бәләкәй тыуған ерем» республика проектын үҙ биләмәһендә тәүгеләрҙән булып башлап ебәргән. Уға, афарин тип әйтергә генә ҡала!
«Атайсал» проекты – республикала ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең үҙҙәренең яҡташтарына һәм тыуған еренә ярҙам күрһәтеү нигеҙендә ҡоролған ҙур ғына проект. Тап Салауат Латиф улы кеүек районыбыҙҙа йәшәүсе, шулай уҡ районыбыҙҙа тыуып үҫеп төрлө тарафтарҙа ғүмер кисереүсе яҡташтарыбыҙҙы уның изге ғәмәлдәренә ҡушылырға саҡырабыҙ! Ә инде Һабыр ауылының эшһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә булған старостаһына һаулыҡ, эшендә, тормошонда уңыштар теләйбеҙ!

Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында
Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында
Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында
Ауыл киләсәге – уңған ир-егет ҡулында
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас