Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә

"Майҙаны өс меңдән ашыу квадрат метр булған яңы балалар поликлиникаһы көн һайын сменаһына 150-гә тиклем кешене ҡабул итәсәк", - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә
Яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә

Ҡырмыҫҡалы ауылында район дауаханаһының төҙөлөп бөтөлмәгән корпусы урынына яңы балалар поликлиникаһы һалына.

"Был – барлыҡ ҡырмыҫҡалылар өсөн оҙаҡ көтөлгән объект. Майҙаны өс меңдән ашыу квадрат метр булған яңы балалар поликлиникаһы көн һайын сменаһына 150-гә тиклем кешене ҡабул итәсәк", - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Поликлиника бинаһы өс ҡатлы буласаҡ. Беренсеһендә хакимиәт һәм хужалыҡ бүлексәләре урынлашасаҡ.

Бинала поликлиникаға килгәндәр, унда эшләүселәр өсөн ике лифт эшләнә. Яңы медицина ойошмаһында ҡабул итеү һәм ҡарау боксы, амбулатор ҡабул итеү, ашығыс медицина ярҙам күрһәтеү блогы барлыҡҡа киләсәк.

Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙансығында элекке бина һүтеп алынған, төҙөлөшкә аҙерлек эштәре тамамланған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: