Был йәһәттән Йылайыр район инвалидтар ойошмаһы Зифа Абдулла ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә әүҙем эш алып барыла һәм район, ауыл биләмәләре хакимиәте, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән килешеп башҡарыла.
- Район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе булараҡ район, зона, республика кимәлендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай, һәр ҡасан ваҡыт табып ҡатнашырға әҙер булған командама рәхмәтемде еткерәм. Шулай уҡ беҙҙең теге йәки был мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Быйылғы йыл беҙҙең өсөн бик емешле булды тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Йыл дауамында конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында ҡатнашырға насип булды. Мәҫәлән, сентябрь айында Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән «Үҙ-үҙеңде еңеү» (Победа над собой) исемле спорт фестивалендә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ. Сибай ҡалаһында үткән «Право на счастье» форумында ҡатнашырға насип булды. Шулай уҡ Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа, Ғаилә йылы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы сиктәрендә ойошторолған «Мин һәм минең ғаиләм» спорт фестивалендә беҙҙең район данын Зиннур һәм Айһылыу Түләшевтар ғаиләһе яҡлап диплом менән бүләкләнде. Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Улар өсөн йыл һайын район кимәлендә «Бәләкәй принцессалар һәм рыцарҙар балы» ойошторабыҙ, тағы ла ГТО нормаларын тапшырып барабыҙ. Шулай уҡ һәр ауыл биләмәһендә әүҙем эшләгән активистарҙы ла билдәләп үтер инем. Улар – Йомағужа ауылынан Салауат Мозафаров, Ришат Аҡҡужин, Иван-Ҡыуалаттан Олег Степанов, Сидоровканан Әлфирә Ҡотоева һәм Айгөл Таһирова, Бәрҙәштән Людмила менән Раиса Ивановалар, Йылайырҙан Алина Пищулина менән Айгизә Ҡаҙаҡҡолова. Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылында уларға ҡарата иғтибарҙың тағы ла артыуы һөйөндөрә. Артабан да шулай бергә, әүҙем эшләгәндә генә эшебеҙ емешле булырына шигем юҡ, – тип тамамланы һүҙен Зифа Абдулла ҡыҙы.