Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу хаҡына

Оло быуын вәкилдәренең күңелендә йөрәк саҡырыуы буйынса, мохтаждарға ярҙам итеү тигән төшөнсә һәр-ваҡыт өҫтөнлөк ала. Бөгөн, тормош яңы һынауҙар менән беҙгә янағанда, беҙ берҙәм булып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып ҡалырға тейешбеҙ. Йылайыр районы Ветерандар Советы рәйесе Надежда Ивановна Булавина етәкселегендә бөгөнгө көндә маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса эш алып барылыуы хаҡында яҙып үтмәксемен.

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу хаҡына
Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу хаҡына

Шуны билдәләп үтергә кәрәк Надежда Ивановна гражданлыҡ бурысына тоғро ҡалып, Ватаныбыҙҙы яҡлаған ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү буйынса бик әүҙем йәмәғәт эше алып бара. Ул «Хәрби Туғанлыҡ» бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, улар менән бергә районыбыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Район ветерандар ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә маскировка селтәрҙәре, шәмдәр, өй туҡмасы, бәйләнгән ойоҡбаштар, кейем-һалым кеүек әйберҙәрҙе туплап алғы һыҙыҡҡа ебәргәндәр. Әлеге ваҡытта күңел йылыһы менән маскировка селтәрҙәренең сираттағы партияһын үрәләр.

Позицияла торған һалдат өсөн маскировка селтәре бронежилет һәм касканан кәм түгел, ул туранан-тура ғүмерҙе ҡотҡара ала. Был эш ҙур хеҙмәт сығымдары, иғтибарлылыҡ һәм сабырлыҡ талап итә, әммә ветерандарыбыҙ дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, сөнки был селтәрҙәрҙе беҙҙең яугирҙәрҙе бик көтә.

- «Беҙ артабан да эшләйәсәкбеҙ, яҡлаусыларыбыҙға ярҙам кәрәк булғанға тиклем ярҙам итәсәкбеҙ. Бының менән беҙ уларға тыныс күк, тыныслыҡ һәм тыныс йоҡо өсөн хөрмәт күрһәтәбеҙ», – ти ветерандар хәрәкәте активистары.

Йылайыр ауылында сетка үреү элекке мәктәп фойеһында башҡарыла. Тап шунда Надежда Ивановна көн һайын ниндәйҙер ойошманың ветерандарын саҡыра. Был изге эштә район хакимиәте, райпо ветерандары, мәҙәниәт бүлеге, урман хужалығы, коррекция мәктәбе, урта мәктәп, редакция, «Ҡайынҡай» һәм «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһы ветерандары ҡатнашып үҙ өлөштәрен индергәндәр. Ҡайһы берҙә был эшкә Йылайырҙың битараф булмаған кешеләре лә ҡушыла. Бында бөтә ветерандарҙың үҙ эше бар, ҡайһы берәүҙәр буласаҡ селтәрҙәр өсөн камуфляж йәки аҡ төҫтәге туҡыманан киҫәктәр  ҡырҡып әҙерләһә, башҡалары уны үреп, һуҙылған селтәр ептәренә бәйләй. Бер селтәрҙе эшләү өсөн яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү теләге генә түгел, ә шулай уҡ ныҡышмалылыҡ, ҡул оҫталығы ла кәрәк.

- Улар беҙҙе һаҡлай, ә беҙ уларҙы яҡлайбыҙ. Беҙ көн һайын яугирҙәребеҙҙең Еңеүе өсөн эшләйбеҙ, һәр кемдең йөрәге әрней, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуын теләйбеҙ», – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты активистар.

Был һөйкөмлө инәйҙәрҙең селтәр үреү теләге ҙур, шунлыҡтан улар ваҡытында, көс-ҡеүәт тә, мөмкинлеген дә таба. Улар беҙҙең яугирҙәргә нисек ярҙам итергә кәрәклеген белә һәм мөмкин булғандың барыһын да эшләй.  Ошондай ҡатын-ҡыҙҙар араһында Надежда Ивановна, Ҡарлуғас Мотаһар ҡыҙы Мозафарованы айырым рәхмәт һүҙҙәре менән телгә ала. Улының яу яланында һәләк булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә көс-ҡеүәт табып, ауырлыҡтарға баш эймәй һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып тора ул, бының өсөн уға ҙур рәхмәт, – ти Надежда Ивановна.

Надежда Ивановна, был изге эштә ҡатнашыусының һәр-береһенә оло рәхмәтен белдерә. Маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтә. Барыһына ла һаулыҡ, махсус хәрби операцияһының тиҙ арала тамамланыуын, балаларыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләй.

Беҙҙең яугирҙәребеҙ үҙҙәренең яңғыҙ түгел икәнен белергә тейеш. Уларға беҙҙең йылылыҡ күберәк кәрәк. Изге эштәр башҡарып, бар яҡлап ярҙам итеп, беҙ уларҙың хәрби көнкүрешен еңеләйтергә һәм хәрби рухын нығытырға тырышып торорға тейешбеҙ!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: