Быйылғы ямғырлы июнь айының 21- се көнө районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда бер әһәмиәтле ваҡиға булып үтте: бөгөн төрлө тарафтарҙа көн күргән бер нисә башҡорт ырыуҙарының әүҙем вәкилдәре беҙҙең төбәккә сәфәр ҡылды. Уларҙың төп маҡсаты милләтебеҙ тарихында изге урын булып нарыҡланған Ете ырыу бағанаһы урынлашҡан Айҙа-Болон яланын үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтыу һәм киләсәктә беҙҙең район биләмәһендә ырыуҙар йыйынын үткәреү мәсьәләһе буйынса кәңәш ҡороу ине.
«Ырыуыбыҙ тарихына сәйәхәт» исемле был сараны ойоштороусы Салауат ҡалаһында йәшәгән Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Ислам Мәүлекәсов, минең менән бәйләнешкә сығып, ошондай һүҙҙәр яҙған ине: «Беҙгә, ете ырыу вәкилдәренә, үҙебеҙҙең бик боронғо ата-бабаларыбыҙ йыйылған Айҙа-Болон яланы ҡәҙерле. Уны барып күреп, ҡан-ҡәрҙәш ырыуҙаштар рухына доғалар ҡылып, боронғо тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә алып, йәнебеҙгә тыныслыҡ, һиллек алып ҡайтырға ине. Дуҫ иптәштәребеҙҙе, туған-тыумасаларыбыҙҙы, бала-сағаларыбыҙҙы ла унда алып барып, киләсәк быуындарыбыҙға ла милләтебеҙҙең тарихын, боронғобоҙҙо күңелдәренә һеңдереү зарурлығы бар...»
Тарихтан билдәле булыуынса, 14-се-16-сы быуаттарҙа хәҙерге Башҡортостандың көнъяҡ-көнсығышында «Ете ырыу» берләшмәһе (союзы) булған. Был берләшмәгә Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән һәм өс Ҡыпсаҡ (ҡарый-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ, ҡыпсаҡ) ырыуҙары ингән. Был ырыуҙар вәкилдәре бөгөн Йылайыр, Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Белорет райондарында, Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә йәшәй.
Бынан 700 йылдар элек ырыуҙар ваҡыт-ваҡыты менән бергә йыйылып, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл иткәндәр, бәйгеләр, төрлө ярыштар үткәргәндәр, аралашҡандар, күңел асҡандар, ә союзға берләшкән ырыу башлыҡтары ошо берләшеүҙең символы сифатында имән бағана ултыртып, уға үҙ ырыуҙарының тамғаларын һуғып сыҡҡандар. Был татыулашыу, берләшеү ғәйәт ҙур сәйәси, ижтимағи әһәмиәткә эйә булған.
Ялан түңгәүере ырыуы биләмәһендә Ҡыҫҡа Эйек башынан аҫтараҡ, Бараҡал йылғаһынан өҫтәрәк, Ҡондорош һыуы буйында Айҙа-Болон яланында ошондай йыйындарҙың береһе үткәрелгән һәм бында иҫтәлекле имән бағана ултыртылған. Районыбыҙҙың Иван -Ҡыуалат ауылы янындағы изге урынды 1996 йылдың август айында журналист Сәлмән Ярмуллин, тарихсы Фуат Сөләймәнов һәм ошо юлдар авторы оҙаҡ ҡына эҙләгәндән һуң Баймаҡ районының Ишбирҙе урман хужалығы хеҙмәткәре ярҙамы менән тапҡан инек. Бындағы имән бағана бер нисә тапҡыр яңыртылған. 2007 йылда, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән осорҙа, Ете ырыу бағанаһы яңынан ултыртылды һәм башҡорт тирмәһен һынландырған тимер стела ҡуйылды. Уның күсермәһе Юлдыбай ауылы янындағы Аҡташ тауы башында тора.
Ағымдағы йылдың 15 февралендә Өфө ҡалаһында Башҡортостандың көнъяҡ –көнсығыш төбәгендә ғүмер кисереүсе милләттәштәребеҙ вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән кәңәшмәлә Айҙа-Болон яланында ете ырыу йыйынын ойоштороуға бәйле етди һөйләшеү булған. Һәм был башланғыс ете ырыу ҡор баштарының хуплауын тапҡан, күтәрелгән мәсьәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге иғтибарына ла еткерелгән. Кәңәшмә барышында үҙ фекерҙәре менән тарихсы Азат Ярмуллин, ырыу ҡор баштары Хөрмәтулла Үтәшев (түңгәүер), Әхәт Сәлихов (ҡыпсаҡ), Артур Дәүләтбәков (үҫәргән) уртаҡлашҡан. Башҡортостандың Рәсәй Дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 470 йыллығын билдәләгән осорҙа ете ырыу йыйынын Айҙа -Болон яланында үткәреүҙе урынлы булыр, тигән бер ҡарарға килгән кәңәшселәр. Был сараға әҙерлекте хәҙерүк башлау кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Үрҙә телгә алынған “Ырыуҙарыбыҙ тарихына сәйәхәт” исемле изге сәфәр ҙә ошо оло йыйынға әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо. Ҡунаҡтар тәүҙә район үҙәгендә крайҙы өйрәнеү музейында уның мөдире Виктор Еремкиндың һөйләүе буйынса төбәгебеҙ тарихы менән таныштылар, һуңынан улар Венер мәсетендә өйлә намаҙы уҡып, ата-бабалар рухына аят бағышланылар, Шәйехзада Бабич һәйкәле янында милләтебеҙҙең бөйөк шағиры иҫтәлегенә хәтер-ҡәҙер сараһында ҡатнаштылар. Көндөң икенсе яртыһында 36 кешенән торған төркөм Айҙа- Болон яланына юлланды.
Йылайырҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта, ҡуйы урман төпкөлөндә ятҡан изге ялан юлаусыларҙы борсаҡ ҡатыш ҡойма ямғыры менән ҡаршы алды. Соҡор-саҡыр, күләүекле юлдан 5-6 еңел автомашинала килгән ҡунаҡтарҙы усаҡта бешкән аш янында Иван –Ҡыуалат ауыл хакимиәте башлығы Александр Назаров ҡаршы алды. Оҙон юлдан сарсап килгән сәфәр ҡылыусылар тәбиғәт шарттарында мул аш табыны артында бер-береһе менән танышып та алдылар. Мәләүез, Күгәрсен, Стәрлебаш, Баймаҡ, Ейәнсура, Белорет райондарынан, Салауат ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенән килгән ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән, түңәүер, бөрйән ырыуҙары вәкилдәренең уртаға һалып кәңәшләшер һүҙҙәре күп ине. Үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙең тормош хәлдәре, милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, уй-фекерҙәре хаҡында асыҡтан-асыҡ фекер алышыуҙар барышында, әлбиттә, урындарҙа телебеҙ, динебеҙ, мәҙәниәтебеҙ өлкәһенә ҡағылышлы бихисап мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Был юлдарҙың авторына ла күп һорауҙарға яуап бирергә тура килде. Районыбыҙҙы төбәк иткән түңгәүер ырыуы башҡорттары, ауылдар тарихы, ер-һыу атамалары, Айҙа- Болон яланы тураһында мәғлүмәттәрҙе оҙайлы, эшлекле һөйләшеүҙән һуң барлыҡ фекер –тәҡдимдәрҙе туплап «Ырыуҙарыбыҙ тарихына сәйәхәт» исемле сараны ойошторусы Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуы вәкиле Ислам Мәүлекәсов киләсәктә Айҙа-Болон яланында оло йыйын үткәреүҙе ойоштороу буйынса мөрәжәғәт ҡабул итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мөрәжәғәткә Йылайыр - Айҙа-Болон юлын ремонтлау, яланды тәртипкә килтереү, ете ырыу бағанаһын граниттан эшләп ултыртыу кеүек тәҡтимдәрҙе индереүҙе хуп күрҙе. Бында күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр республиканың юғары даирәләре ярҙамы менән тормошҡа ашырылыр тигән өмөт белдерҙеләр ете ырыу вәкилдәре. Мөрәжәғәт рәсми көскә эйә булһын өсөн уға бөрйән ырыуынан – Урал Сәғитов (Баймаҡ ҡалаһынан), ҡыпсаҡтарҙан Рәсүл Янбаев (Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан), ҡарый-ҡыпсаҡ ырыуынан – Фәнүр Байрамғолов (Мәләүез районы Иштуған ауылынан), Сәңкем-ҡыпсаҡтарҙан Зариф Яҡшиев (Мәләүез районы Түбәнге Таш ауылынан), тамъян ырыуынан – Сабир Ғиниәтуллин менән Ғәни Кужәхмәтов (Белорет районы Ҡаһарман ауылынан), түңгәүерҙәрҙән – Ильяс Такалов (Йылайыр ауылынан) менән Лилиә Йыһандарова (Салауат ҡалаһынан), үҫәргән ырыуынан Ришат Яубаҫаров (Ырымбур өлкәһе, Ҡуандыҡ районы Буранғол ауылынан) үҙ имзаларын ҡуйҙылар.
Башҡорт халҡы ырыуҙарының берҙәмлеген, татыулығын нығытыуҙы күҙаллап, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йыйындар үткәреү йолаһына тоғролоҡ һаҡлауға ҡоролған кәңәшмә изге Ҡөрьән аяттары тыңлау менән тамамланды. Айҙа -Болон яланы өҫтөндә моңло аят тауышынан һуң башҡорт халҡының гимнына әүрелгән «Урал» көйө яңғыраны. Уны ҡурайҙа Иҫке Яҡуп ауылы түңгәүерҙәре килене Лилиә Сәмерханова башҡарҙы. Сарала ҡатнашыусылар мәшһүр көйҙө аяғүрә баҫып тыңланы. Тәбиғәттең йәшенле ямғыры ла был мәлдә тынып ҡалды, күк йөҙөндә сағыу төҫлө йәйғор нурҙары балҡығандай тойолдо...
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тей халыҡ аҡылы. Изге маҡсат – эштәр менән башланған ғәмәлдең дауамы ла хәйерле булһын.
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙең йылы осрашыуы ете ырыу бағанаһы янында бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды. Тарихи Айҙа-Болон яланы яҡын киләсәктә милләттәштәребеҙҙең оло йыйыны урыны булыр, иншалла.
Ильяс ТАКАЛОВ.