Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2022, 21:00

Ике мең тәңкә! Уның ҡарауы, тәүлегенә бер тапҡыр ғына

Яңынан-яңы штрафтар уйлап сығарырға тиһәң, беҙҙең закон сығарыусыларҙы ҡуш та ҡуй инде. Бына әле марттың беренән тағы бер өр-яңы штраф көсөнә инәсәк. Автомобилселәргә ҡағыла ул.

Ике мең тәңкә! Уның ҡарауы, тәүлегенә бер тапҡыр ғына
Ике мең тәңкә! Уның ҡарауы, тәүлегенә бер тапҡыр ғына

Яңы штрафты техник тикшереү үтмәгән автомобилдә йөрөгән өсөн сәпәйәсәктәр. Күләме ике мең һумға тиклем арттырылған был штрафты тәүлегенә бер тапҡыр ғына һала аласаҡтар, йәғни иртәнсәк бер “гаишниктар” һеҙҙән шундай штраф алып ҡалһалар, икенселәренә ул көндө һеҙ (юҡ-юҡ, кук..шь түгел, Алла һаҡлаһын) телегеҙҙе күрһәтеп ултырып китә алаһығыҙ.

Әйтә һалайым: водителдәр, бөтәгеҙ ҙә бер юлы ҡурҡмай тороғоҙ, сөнки әлеге ваҡытта техник тикшереү тигән нәмә транспорт сараларының бөтә категорияларына ла ҡағылмай, машинаһын шәхси маҡсаттарҙа ғына файҙаланыусылар ундай процедуранан азат хәҙер.

Бынан тыш, техтикшереү процедураһының үҙенә лә үҙгәрештәр индерелгән. 1 марттан башлап, оператор транспорт сараһын бөтә яҡтан да фотоға төшөрөп алырға, ә һүрәттә тормоз системаһын тикшерә торған роликлы стен һәм тикшереүсе үҙе күренеп торорға тейеш. Быны фотошопта эшләргә маташмағыҙ ҙа.

Яҙ башынан тағы ла ниндәй яңылыҡтар индерелеүе тураһында Autonews сайтында уҡый алаһығыҙ.

Фәрит МОРТАЕВ.

Фото: njcar.ru.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: