Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2022, 20:55

БЕР СЫҠМАҺА ОСО, БЕР СЫҒА...

Мәскәүҙә Өфө эшҡыуарын ришүәт бирергә маташҡанда тотҡандар

БЕР СЫҠМАҺА ОСО, БЕР СЫҒА...
БЕР СЫҠМАҺА ОСО, БЕР СЫҒА...

Мәскәүҙең Останкино районы суды “СУ-10” компаниялар төркөмө (ГК “СУ-10”) хужаһы Валерий Мансуровты ике айға ҡулға алып, өйөндә тотоу тураһында ҡарар сығарған, тип хәбәр итә “УФАLIVE” «Коммерсантъ»ҡа һылтанып.

Эшҡыуар Мәскәүҙә һалым хеҙмәткәренә 30 млн һум ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Уны 22 мартта ҡулға алғандар.

Был аҡса тикшереү һөҙөмтәһендә «Фирма СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә өҫтәп һалынған 658 млн һум һалым суммаһын кәметтереү өсөн тәҡдим ителгән.

 

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: