Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2022, 18:56

Башҡортостан Башлығының “Йыл ҡаҙанышы-2022” гранттарын биреүгә номинациялар иғлан ителде

Был турала Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығының “Йыл ҡаҙанышы-2022” гранттарын биреүгә номинациялар иғлан ителде
Башҡортостан Башлығының “Йыл ҡаҙанышы-2022” гранттарын биреүгә номинациялар иғлан ителде

Исемлеккә “Сәләмәт һәм спортсы муниципалитет”, “Демографик һәм социаль үҫеш”, “Тотороҡло иҡтисади үҫеш”, “Хәүефһеҙ һәм комфортлы территория” һәм “Халыҡ менән һөҙөмтәле эшләү” тигән номинациялар индерелгән.

Гранттар биреүгә конкурс республиканы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең айырым йүнәлештәре буйынса 2022 йылда иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән мунициаль райондарҙы һәм ҡала округтарын асыҡлау маҡсатында үткәрелә.

Ә беҙҙең район ҡайһы номинацияла ҡатнаша ала?

 

Фото: ogni-agideli.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: