Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2023, 15:40

Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты

23 октябрь Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә фәһемле осрашыу үтте. Күрше Хәйбулла районы ирекмәндәре килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты

Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ниндәй ярҙам кәрәк, нимәләр эшләй алабыҙ..,ошо һәм бик күп һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Беҙҙең Йылайыр районда ла МХО-ла йөрөгән егеттәргә ярҙам итеп бик күп эштәр эшләнелә. Ике районда башҡарылған эштәрҙе берҙәм дауам итергә ниәт итеп, бергәләшеп маскировкалау селтәре үрҙеләр. Хәйбуллалар бының өсөн бик яҡшы ҡулайлама эшләп алғандар, йылайырҙарға уның серен дә астылар.

Әлеге мәлдә бик кәрәкле шөғөл, тиҙ арала онотолоп, ҡулайламалар һандыҡ төптәренә төшөп ятһын.

Фотолар “Айыҡ ауыл-2022” Юлдыбай төркөмөнән.

Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Хәйбуллалар тәжрибә уртаҡлашты
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: