Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Яңылыҡтар
20 Март 2025, 06:25

Ҡәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылырға

Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм), ҡатыны Ғәйшә (радыйаЛлаһү ғәнһә) был төндө ниндәй доға уҡырға кәрәкләген һорағас, былай тип яуап биргән:

Ҡәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылырғаҠәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылырға
Ҡәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылырға

اَللَّهُمَّ إِنَّكَ عَفُوٌّ تُحِبُّ الْعَفْوَ فَاعْفُ عَنِّي
«Аллаһүммә иннәкә ғәфүҮүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни! (Йә Аллаһ! Һин - ғәфү итеүсе. Ғәфү итеүҙе яратаһың. Ғәфү итсе мине!)»
Ғәрәп телендә المغفرة (әл-мәғфира) һәм العفو (әл-ғәфүү) тигән төшөнсәләр бар.
Әл-мәғфира "кисереү, ғәфү итеү" тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһ Тәғәлә гонаһыңды ғәфү итә, әммә яҙылған китабыңды уның әҫәре, эҙе ҡала.
Әл-ғәфүү "кисереү, ғәфү итеү һәм юйып ташлау" тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһ Тәғәлә гонаһыңды кисерә һәм, ул һис ҡасан булмаған кеүек юйып ташлай. Шуға күрә Рамаҙандың һуңғы ун төнөндә әйтеп үтелгән доғаны күберәк ҡабатларға кәрәк. Сөнки унда тап "әл-ғәфүү" тураһында һүҙ бара.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас