

Йыйылыусыларҙы сәләмләп, үҙәк етәксеһе Гөлсәсәк Иғдәүләтова уларҙы клубтың ниндәй маҡсат менән ойошторолоуы һәм бурыстары менән таныштырҙы.
-Бындай клубтың төп маҡсаты булып яу яланында һәләк булған һәм әле лә ут аҫтында йөрөгән егеттәребеҙҙең әсәләренә, уларҙың тормош иптәштәренә төрлө күнекмәләр, тренингтар аша стресс, депрессия һәм борсолоуҙарҙы еңеп сығыуҙа психологик ярҙам күрһәтеү, уларҙың эмоциональ торошон яҡшыртыуға бәйле саралар үткәреү тора, – тип билдәләне Гөлсәсәк Садиҡ ҡыҙы.
Ғаилә үҙәгенең психологы Екатерина Юрина ла сараға килгән әсәйҙәрҙе үҙ-үҙҙәренә бикләнеп ултырмаҫҡа, үҙәк тарафынан планлаштырылған оҫталыҡ дәрестәренә, экскурсияларға, походтарға йөрөргә һәм башҡа күп төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Бындай йыйындар махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан, ирен, улын яуға оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплау, улар араһында бәйләнеште нығытыу, үҙ-ара аралашыу, бер-береңә ярҙамлашыу мөмкинлеге лә булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан сарала ҡатнашыусы әсәйҙәргә үҙҙәре менән таныштырып үтеү, яуҙа булған улы, ире хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китеү бурысы ҡуйылды. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн яуҙа башын һалған һәм әле лә унда булған ғәзиз улдары хаҡында һөйләгән һәр әсә тарихын бер кем дә битараф ҡына, күҙ йәштәрһеҙ тыңлай алманы. Фәүзиә, Гөләйшә апайҙар улдары менән әленән -әле бәйләнештә булыуҙары, уларҙың хат -хәбәрен түҙемһеҙләнеп көтөүҙәре, әле береһенең улы ялға ҡайтып килеүе, Ирина исемле йәш ҡатын иптәшенең хәҙерге көндә ялда булыуы хаҡында һөйләп китте. Мәрхиә, Хаят, Разия апайҙар яуҙа һәләк булған улдары тураһында яҡты хәтирәләргә бирелеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Әңгәмә барышында үҙәктең психологы Екатерина Владимировна барыһына ла ауыр уйҙарҙан нисек ҡотолоу, үҙеңде ҡулда тотоу өсөн ниндәй күнекмәләр, ысулдар ярҙам итеүе буйынса кәңәштәре һәм теләктәре менән бүлеште, бер хәсрәт берләштергән әсәйҙәргә сабырлыҡтар теләне.
“Үҙебеҙҙең әсәйҙәр” клубына берләшеүсе ҡатын-ҡыҙҙар бындай йыйылыштарҙың бик урынлы, мөһим булыуын билдәләне һәм ай һайын осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралышты.