Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2025, 09:11

Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә үткән "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы башҡорт халҡының милли геройы һәйкәлен асыу тантанаһынан башланды. Һәйкәл Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы сигенә, Салауат районына ингән урынға ҡуйылды.

Артабан халыҡ райондың һабантуй яланына Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналған байрам сараларына йыйылды. Бында "Һәр дәүерҙең үҙ Салауаты" тигән театрлаштырылған тамаша ойошторолдо, ул һәр йылдағыса сағыу булды.

Шулай уҡ тирмәләр араһында ярыш, Салауат Юлаев исеменә арналған "Оран" сувенирҙар конкурсы, бәйге, көрәш, "Ауҙарыш" уйыны ла үткәрелде.

Салауат районы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең төп байрамы – "Һабантуй" ҙа бергә үткәрелеүе йәнлелек өҫтәне.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас