Программаға ярашлы 14 июндә райондың хаҡлы ялдағы өлкәндәре өсөн Күгәрсен районында урынлашҡан “Мораҙым тарлауығы” тәбиғи паркына бер көнлөк түләүһеҙ тур ойошторолдо. Унда Яманһаҙ, Юлдыбай, Ҡашҡар, Ҡәнзәфәр һәм Йылайыр ауыл биләмәләренән барлығы 50 кеше ҡатнашты.
«Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы республикала иң хозур урындарҙың береһе һанала. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәфәргә юлланған яҡташтарыбыҙ көн дауамында саф һауа һулап, ҡырағай тәбиғәткә һоҡланып парк буйлап ял иткән.
- Юлдаштарым менән бергәләшеп күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Юл ыңғайы Туйөмбәткә инеп Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның йорт-музейын да күрергә насип булды. Беҙҙе оҙатып, барыһын да ентекле аңлатып йөрөгән экскурсоводыбыҙға ҙур рәхмәт. Сәйәхәт барыһына ла оҡшағандыр тип ышанам,- ти ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина, сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән бүлешеп.