Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2025, 11:30

Үркәскә- 100 йыл!

Ҡыҙҙарбиргән, халыҡ телендә Үркәс, Йылайыр районының иң хозур тәбиғәтле, ожмахҡа тиң ерҙә урынлашҡан, бай тарихлы ауылдарының  береһе. Ҡеүәтле тауҙар, ҡуйы урмандар, саф һыулы Ҡыҙҙар йылғаһы был төбәкте «Икенсе Швейцария» булараҡ данлай. Ауылдың бай тарихы, мәҙәниәте, ҡабатланмаҫ колориты бар. Бында ҡунаҡсыл, ихлас кешеләр йәшәй…

Үҙенең барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләгән Ҡыҙҙарбиргән ауылы райондың иң төпкөлөндә, Йылайырҙан 110 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул көньяҡ-көнсығышта Кананикольск ауыл советы, төньяҡ-көнбайышта Күгәрсен, көнбайышта Бөрйән районы менән сиктәш. Биләмәнең майҙаны 190 кв.км, халыҡ һаны 218 кеше самаһы. Ҡыҙҙарбиргән ауылында оҙаҡ йылдар дауамында башҡорттар менән урыҫтар ҡатышып, татыу йәшәй. Ауылда  мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм шәхси эшҡыуар Р.В. Вәлитованың магазины бар. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә обелиск ҡуйылған.

Ваҡытында төп иҡтисадын урман хужалығы тәшкил иткән Үркәс ауылына 1926 йылда Рязань сауҙәгәре, дегет заводы хужаһы Привалов тарафынан Орск өйәҙе территорияһында нигеҙ һалына. Эргә-тирәләге Агатуткан, Үркәс, Сәлим-Аяҡ утарҙарынан күсеп сыҡҡан крәҫтиәндәр ауылда тәүге төпләнеүселәр булған. Улар ағас менән кәсеп иткәндәр.

Ә инде башҡаса бер ҡайҙа ла осрамаған, ауылдың үҙенсәлекле Ҡыҙҙарбиргән тигән атамаһына килгәндә иһә, уның сығышына бәйле бер нисә фараз бар. Һылыулыҡтары менән дан тотҡан төбәк ҡыҙҙарын күҙләп ете ырыуҙан егеттәр килер булған, тиелә беренсе риүәйәттә.

Икенсе версия буйынса, ярлы ғына кешенең бер нисә ҡыҙы булған. Ҡыҙҙары уңған да,матур ҙа икән. Үҙенең матди хәлен яҡшыртыр өсөн был кеше уларҙы бигүк йәш булмаған, һәйбәт ҡалым түләгән бай кешеләргә генә кейәүгә биргән.

Өсөнсөләр иһә Ҡыҙҙарбиргән һүҙен Ҡыҙҙар йылғаһының атамаһына бәйләй.

Күптәр, әлбиттә, беренсе вариантты ҡулай күрә, сөнки әле лә был ауылдың ҡыҙҙары матурлыҡтары менән айырылып тора, тиҙәр.

Әйтергә кәрәк, Ҡыҙҙарбиргән атамаһы картала ғына ҡалған, тиерлек, халыҡ уны бары Үркәс тип кенә йөрөтә. Ә Үркәс һүҙе дөйәнең үркәсенә бәйле тип иҫәпләнә, сөнки ауылға барған юлда иҫәпһеҙ-һанһыҙ тау үркәстәре аша үтергә тура килә.

Һәр ауылдыҡы кеүек үк, Ҡыҙҙарбиргәндең үҙенең тарихы ғына түгел, күркәм урындары ла етерлек. Мәҫәлән, Үркәс ауыл биләмәһе үҙенең 600 йыллыҡ ҡарағастары менән районда ғына түгел, республикала ла билдәле. Был ҡиммәтле ылыҫлы ағас нервы системаһын тынысландыра, йәшәү көсө өҫтәй, күңелгә һиллек бирә, тиҙәр. Ҡарағастар тирәләй Ҡыҙыл китапҡа  индерелгән 50-нән ашыу үҫемлек үҫеүе лә ғәжәп.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас