Өс көн дауамында барған фестивалдең программаһы бай һәм йөкмәткеле булды. Был көндәрҙә йәштәр билдәле эксперттар менән йәштәр өсөн актуаль темаларға: милләт-ара мөнәсәбәт, спорт, эске туризм, мәҙәниәт һәм ижади индустрияла үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, «Һалдатҡа хат» акцияһында, күргәҙмәләрҙә, төрлө викториналар, оҫталыҡ дәрестәрендә, экстрималь спорт уйындарында ҡатнашты, интерактив зоналарҙа уҡтан атырға өйрәнде, һәр кис сәхнә янында Башҡортостандың популяр артистары ҡатнашлығында матур концерт ҡараны, күңелле дискотекала бейене, халыҡ уйындары уйнаны, усаҡ янында тиҫтерҙәре менән аралашты.
Форумдың тәүге көнөндә фестивалдә ҡатнашыусы йәштәр командаларға бүленеп, инструктаж үткәндән һуң ҙур ҡыуышҡа йыйылды. Унда йәштәрҙе Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры Вито Фладисович Сабиров сәләмләне һәм фестивалде асыҡ тип иғлан итте. Форумда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш көндәре, яҡшы ялдар теләне. Шулай уҡ был көндө Вито Сабиров «Нимә ул БашМолодежь?» темаһына интерактив лекция үткәрҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, ҡайһы берәүҙәрен контролгә алды. Бынан тыш сараның беренсе көнөндә йәштәр өсөн форум программаһына ярашлы Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов, «Республика һәм ил менән бергә» йәштәр форумы етәксеһе Илшат Рәхмәтуллин, төбәктең именлек Советы секретары Валерий Олейник, Йылайыр районы прокуроры Илгиз Йәрмөхәмәтов, экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге хеҙмәткәре Денис Таштимеров, сәйәхәтсе, спорт мастеры Владимир Мордвин, Үркәс ауыл биләмәһе башлығы Фәдис Сәғитов, фестиваль ҡунаҡтары Айнур Ғибәтов, Тимур Вәлитов һәм башҡалар ҡатнашлығында дискуссия майҙансыҡтарында көнүҙәк темаларға ойошторолған стратегик сессияларҙа фекер алышыуҙар, лекциялар үтте. Сараның беренсе көнө «Бүреләр» рок төркөмөнөң, йәштәр күптән үҙ иткән Скани (Искәндәр Сөләймәнов) ҡатнашлығында концерт-дескотека һәм төнгө усаҡ менән тамамланды.
Сараның икенсе, өсөнсө көнөндә лә ҡатнашыусылар өсөн бай йөкмәткеле программа ҡаралған ине. Был көндәрҙә форумда Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов бер нисә майҙансыҡта сығыш яһаны, йәштәр менән аралашты һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ Борис Николаевич һәм форумды ойоштороусылар ярҙамында «Аҫылташ – 2025» йәштәр форумы барышында пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү буйынса дәрестәр үтте, егет һәм ҡыҙҙарға пилотһыҙ аппараттарҙы идара итеү системаһының нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күрергә насип булды. Психолог, модератор Искәндәр Мостафиндың, «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге директоры Юлиә Юмагуенаның, Санкт-Петербург ҡалаһының «Контакт» уҡыу-методик үҙәге етәксеһе Яков Костюковскийҙың экстремизмды һәм девиант тәртипте иҫкәртеү, үҙәк эше һәм блогер Алина Ғәлееваның блогерлыҡ буйынса лекцияларын, Росмолодежь эсперттарының гранттар буйынса сығышын йәштәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте.
Форумдың тағы бер сағыу өлөшө булып йәштәрҙең «Һалдатҡа хат» акцияһына ҡушылыуы булғандыр. Бында Тыуған илебеҙ тыныслығы һағында тороусы егеттәребеҙгә һәр кем рәхмәт һәм изге теләктәрен юллап хаттар яҙҙы, яугирҙәрҙе яҡындары янына имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ фестивалдә йәштәр “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тирмәһендә булды, уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан районыбыҙҙа яугирҙәр өсөн башҡарылған эштең бер төрө - антидрон юрғандар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлекте сублимациялау, ҡорот киптереү менән танышты, маскировка селтәрҙәре үреүҙә үҙ өлөштәрен индерҙе һәм махсус хәрби операцияһында йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Киске сәғәттәрҙә батырлыҡ, илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙға һөйөү темаһын яҡтыртҡан «Бетеү», «Группа крови» кинофильмдарын ҡараны.
«Аҫылташ»та быйыл да йола буйынса «Батырҙар ярышы» үткәрелде. Ярыш шарттары буйынса командаларға километр ярым арауыҡты төрлө ҡаршылыҡтар аша – батҡаҡтан, ҡолға буйлап, сырмалған ептәр араһынан, бейеклеккә үрмәләп, һыуҙан йүгереп һәм башҡа төр ҡаршылыҡтар аша үтеү бурысы ҡуйылды. Был экстрималь ярыш һынауҙарын бар командалар ҙа лайыҡлы башҡарып сыҡты, берәүҙең дә артта ҡалғыһы килмәне – кемеһелер йүгереүҙә алдынғылыҡты бирмәһә, икенсеһе бейеклеккә үрмәләүҙә сослоҡ күрһәтте.
Форумдың кульминацияһы Бөтә Рәсәй йәштәр «Росмолодежь. Гранттар.» проекттары конкурсы йомғаҡтарын иғлан итеү булды. Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәре тип табылған ете проект авторы грант алыуға өлгәште.
Өс көн дауамында даланлы йәштәрҙең үҙ һәләттәрен асыу һәм ижади потенциалдарын тормошҡа ашырыу майҙансығы булып торған «Аҫылташ – 2025» республика форумы фестивалдә ҡатнашыусыларҙың хисле йырҙары, дәртле бейеүҙәренән торған ҙур концерт менән тамамланды.
Һау бул, «Аҫылташ – 2025»! Һаумы, «Аҫылташ – 2026» тип әйтергә яҙһын, – тип таралышты тыуған яҡтарына форумда ҡатнашыусы ҡыҙ һәм егеттәр