Был сараны БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамы менән БР Туризмды үҫтереү үҙәге үткәрҙе. Оҫталар фестиваль ҡунаҡтарына дарыу үләндәрен дөрөҫ әҙерләү, ҡулланыу тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Лекторийға килеүселәр шулай уҡ ошо өлкәләге эшмәкәрлек дәүләт ярҙамын нисек алырға, дарыу үләндәрен медицина, косметика, мунса темаһында дөрөҫ файҙаланыу хаҡында белде. БР Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерлыҡты үҫтереү бүлеге начальнигы Амалия Скочилова, дарыу үләндәре өлкәһе фермерлыҡтың өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора, тип билдәләне. Ул шулай уҡ ошо өлкәлә бирелгән грант хаҡында аңлатып үтте. Башҡортостандың үҙенсәлекле дарыу үләндәре тураһында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөлфиә Абдуллина сығыш яһаны. Силәбенән килгән пар оҫтаһы Людмила Борцова мунсала үләндәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәтте. Ошонда уҡ Башҡортостанда үҫкән үләндәрҙән эшләнгән сәйҙе тәмләп ҡарарға, һатып алырға мөмкин ине.