Гимназияның өлкән ашнаҡсыһы Гөлнур Хәсәнова әйтеүенсә, белем усағында мәғариф бүлеге технологы тарафынан төҙөлгән ун көнлөк берҙәм меню буйынса бешерәләр. Ашнаҡсылар Әлиә Үтәева, Рәшиҙә Шәһиева, ашнаҡсы ярҙамсыһы Кристина Авкопашвили менән үҙ-ара татыу, килешеп эшләй улар. Башланғыс класс уҡыусылары, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар бушлай туҡлана.
-Беҙҙә мәктәп уҡыусыларын сифатлы йылы аш менән тәьмин итеү маҡсатында барыһы ла эшләнә. Балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу, улай ғына ла түгел, аш-һыуҙы витаминға бай аҙыҡ-түлек менән байытыу яйға һалынған, был йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Рацион көн дә төрлөләнә, йәшелсә-емеш һуттар менән аралаштырыла.Уҡыусылар бер көн йылы аш менән һыйланһа, икенсе көн тәмле бутҡанан ауыҙ итә,– тип һөйләй Гөлнур Миңнийәр ҡыҙы.
Артабан иртәнге аштан ауыҙ иткән бәләкәстәр менән һөйләшеү форсаты ла тыуҙы. “Миңә мәктәптә ашау бик оҡшай, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ бик тәмле бешерә. Әле мин итле ҡарабойҙай ярмаһы менән һыйланып сыҡтым”, - тине 4- се класс уҡыусыһы Алмас. “Ә миңә туҡмаслы аш оҡшай”, - тип һүҙгә ҡушылды 2-се класс уҡыусыһы Ғәзиз.
Меню төрләндереп төҙөлгәнгә күрә тиҙ ялҡытмай, тигән фекерҙә ата- әсәләр ҙә.
Гөлфиә М. , уҡыусының әсәһе : - Балаларым ашханаға теләп йөрөй. Ашнаҡсылар тәмле бешерә. Мәктәп менюһында туҡмаслы аш, итле аҙыҡтар, салаттар ҡаралған. Алма, һуттар менән дә һыйлайҙар. Барыһынын да ҡәнәғәтмен.
- Беҙ, ата-әсәләр, мәктәп ашханаһының менюһы менән даими танышып барабыҙ. Балаларыбыҙ ниндәй ризыҡтар менән туҡланыуын гимназиябыҙҙың сайтында ҡарарға мөмкин. Барыһы ла асыҡ, иң мөһиме – сифатлы, тәмле булыуын үҙебеҙ күреп беләбеҙ,- ти гимназияла туҡланыу өсөн яуаплы хеҙмәткәр, шулай уҡ уҡыусы әсәһе Вилиә Түләшева.
Бала мәктәптә бик күп энергия түгә, ә уны кире тулыландырыу өсөн ҡайнар аш кәрәк тә инде. Тәмле итеп бешерелгән аҙыҡ уҡыуҙың сифатына ла, кәйефкә лә яҡшы йоғонто яһай. Шуның өсөн дә балаларҙы сифатлы, витаминдарға бай ризыҡтар менән туҡланыуы мөһим.