Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2025, 15:05

Үрге - Ғәле ауылында ҡаҙ өмәһе.

Башҡорт халҡында  ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе - ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе байрамы ноябрь айында, көндәр һалҡынайғас үткәрелә. Уның үҙенә күрә тәртибе, йолаһы бар.

Үрге - Ғәле ауылында ҡаҙ өмәһе.
Үрге - Ғәле ауылында ҡаҙ өмәһе.

Ауыл ерендә күп ғаиләләр ҡаҙ үҫтерә. Ҡаҙҙар һимергәс, хужабикә йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй - һөйләй, күңелле йырҙар көйләй - көйләй, ҡаҙ йолҡалар.
Ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ торһа ла, ҡар булмаһа ла халыҡ ҡош-ҡортон эш итеүгә дәррәү тотондо - ауылдарҙа күңелле ҡаҙ өмәләре дауам итә. Йолаға ярашлы Теүәлбаева Мөфәззәнең ҡаҙҙарын ауыл уңғандары берҙәм  эшкәртеп бирҙе. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, таҙартып  бөткәс, көйәнтәләргә элеп Һаҡмар йылғаһына барып сайҡанылар. Бында ла йыр - моң яңғырап торҙо. Кискә байрамда ҡатнашыусылар өсөн, ҡаҙ итенән табын ҡоролдо. Хужабикәнең өҫтәле ризыҡтан һығылып тора ине.
Шулай уҡ, ауылыбыҙҙа уңған хужалар Ғәйзулла һәм Фирүзә Түләбаевтар, Рәфҡәт һәм Сәкинә Асаиновтар, Фәриҙә Торошова, Флүрә Дәүләтҡолова, Ринат  һәм Сәүиә Байгужиндар, Илдус һәм Гөлсиә Мостафиндар, Зәкиә Асаинова, Ғәлиән һәм Гөлнара Солтановтар күп кенә ҡаҙ үҫтереп, һуйып алып ҡыуандылар.
"Ҡаҙ өмәһе" байрамының төп маҡсаты - башҡорт халҡының борон- борондан йәшәп килгән матур йоланы, хәҙерге шарттарға яраҡлаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү.

Сәкинә Асаинова, хеҙмәт ветераны. Үрге - Ғәле ауылы.

Автор:
Читайте нас