“Барнаул” сортының ҡыуағы бейек, әллә ни сәнскеле түгел. Ҡышты еңел үткәрә, уртаса уңыш бирә. Бер ҡыуаҡтан 1,2 кг-ға тиклем еләк йыйып алырға мөмкин. Еләктәре уртаса ҙурлыҡта, ялтырап тора, тәмле.
“Кузьмин яңылығы” сорты – Рәсәйҙә киң таралған. Ул иң ҡаты һыуыҡтарға ла бирешмәүе менән ҡиммәтле. Еләктәре хуш еҫле, бер ҡыуаҡтан 1,2 кг-ға тиклем уңыш алып була.
“Бәлзәм” сорты ҡышҡа сыҙам, һәйбәт уңыш бирә. Еләге әскелтем-татлы, яҡут төҫөндә була.
“Метеор” сорты ҡеүәтле, уртаса бейеклектә, әллә ни йәйелеп үҫмәй. Ҡышҡа бирешеп бармай, уңышы һәйбәт. Был сорт иртә өлгөрә, етмәһә, ҡыуаҡлыҡтағы бөтә еләктәр ҙә бер үк ваҡытта тиерлек бешә, улар бик татлы.
“Иртәсел сюрприз” сорты уртаса бейеклектә, әллә ни йәйелеп үҫмәй. Ботағында сәснскеләр күп. Ҡышты һәйбәт үткәрһә лә, ҡоролоҡто яратмай. Еләктәре уртаса ҙурлыҡта, йомрораҡ, ҡып-ҡыҙыл.
Башҡортостан календарынан