+19 °С
Ясно
Фәриғә Латиф ҡыҙы Аҡҡужинаға 90 йәш. Ул Сидоровка ауылында йәшәй. Сәйәси яңылыҡтар хаҡында радионан тыңлап, баҫмаларҙан уҡып белә. Дәүләт Думаһына һайлау барғаны хаҡында ла хәбәрҙар булып ултыра. Бюллетенгә үҙ ҡулы менән ҡултамға ҡуйып, тауышын биреп тә ҡуйҙы инәй. Өйөнә килгән һайлау комиссияһы ағзаларына изге теләктәрен юллап, ил именлеге теләп оҙатып ҡалды.